Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Ағас әҙерләүгә яңы техника

19 Июля 2018
40
0

Республикала ағас әҙерләү һәм технологик сеймалды урындағы эшкәртеү предприятиеларына оҙатыу күләме артасаҡ. Ағастарҙы үҙләштереү һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән проект башланғысы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында раҫланды. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн урман хужалыҡтары заманса техникалар менән тәьмин ителәсәк.

Үткән быуаттың ғорурлығы - ТТ4 тракторы беренсе тартыуҙан ғына ҡабынмай. Ул әле лә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Ҡариҙел районындағы был техника быуындан-быуынға тапшырылып килә. Әммә таушалған тракторға йыш ҡына күләмле ремонт та талап ителә.

Киләсәктә республиканың дәүләт ҡарамағындағы урман хужалыҡтары өсөн заманса техникалар һатып алыу ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында билдәләнеүсә, өҫтөнлөк "Харвестер" менән "Форвардер"ға бирелгән. Скандинавияның механизацияланған системаһы бөгөн алдынғы технологияларҙың береһе. Уның ярҙамында төбәктә ағас ҡырҡыу күләмен 40 процентҡа тиклем еткерергә мөмкин. Әйтергә кәрәк, республика өсөн был оло ҡаҙаныш булмаҡсы.

Айбулат Ғәйнуллин, Башҡортостан хөкүмәтенең урман хужалығы бүлеге мөдире: «Урман әҙерләү күләме 9 миллион кубометр тәшкил итә, әммә һуңғы йылдарҙа был күрһәткес 30%-ҡа ғына еткәйне. Был күрһәткесте арттырыр өсөн урман хужалыҡтарына яңы техника алыу күҙаллана.»

Проекты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан 320 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә инде яңы техникалар ярҙамында ағас әҙерләү күләме 250 мең кубометрға тиклем артасаҡ. Уларҙы һатыуҙан урман хужалыҡтары йылына 257 миллион һум өҫтәмә табыш алыр тип көтөлә.

Башҡортостан юлдаш телевидиниеһында видеояҙма

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Ағас әҙерләүгә яңы техника