Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Йылдар дауамында яуланған абруй - "Башҡортостан" гәзите

17 сентября 2021
128
0

Ҡалтасы районында бер урман янғыны ла теркәлмәгән.

Ҡалтасы ауылындағы “Ҡалтасы урманы” учреждениеһы бинаһы, үҙенең тышҡы ҡабатланмаҫ архитектура биҙәлеше менән башҡаларҙан айырылып, төҙөклөгө һәм биләмәһенең таҙалығы менән тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. “Ҡайһылай матур төҙөлгән! Кем эшләгән?” – тип һорамайынса булдыра алманым. “1978 йылда бында эшкә килгәс, был бинаны үҙемә төҙөп бөтөргә тура килде”, – тип тыйнаҡ ҡына яуапланы Ғәлиулла Ғабсамов.

 Ҡалтасы районының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған урмансыһы Ғәлиулла Шә­йехмулла улы – Ҡалтасы районында ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес. 70 йәшендә лә ул йәштәргә өлгө булып, уңышлы эшләүен дауам итә. Хеҙмәт стажы – 53 йыл, шуның 43 йылын рес­публиканың урман хужалығы тармағын үҫтереүгә бағышлаған.

Ғәлиулла Шәйехмулла улы 1951 йылда Ҡалтасы районының Иҫке Аткүл ауылында тыуған (хәҙер – Краснокама районы). Ул бала саҡ­тан тәбиғәткә, мәғрур ағастарға һоҡланып үҫә. 1968 йылда Илеш районының Андреевка мәктәбен тамамлағас, Нефтекама ҡала­һының 47-се техник училищеһына уҡырға бара.  1969 йылда “Южарланнефть” нефть промыслаһы идаралығында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор булып эшләй башлай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас иһә, 1971 йылда “Башнефть” предприятиеһында оператор булып хеҙмәт юлын дауам итә. Бер йылдан Ҡарман ГРЭС-ы төҙөлөшө идаралығына электромонтер булып күсә һәм  Сарапул механика техникумында механик һөнәренә уҡый.  Шулай уҡ “Сельхозтехника”ла водитель һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инженер булып эшләй.

Урман хужалығы тармағына 1978 йылда килә. Тәүҙә баш инженер-механик була. Баш инженер вазифаһында эшләгән саҡта ул Сумара һәм Шәрип урмансы­лыҡтарында яңы цехтар төҙөтә. Үҙен булдыҡлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән Ғәлиулла Шәйехмулла улын 1992 йылда “Ҡалтасы урманы” учреждениеһы директоры вази­фаһына тәғәйенләйҙәр. Ул бөгөн­гәсә алыштырғыһыҙ етәксе булып ҡала. Ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Тармаҡҡа ғүмеренең төп өлөшөн бағышлаған етәксе фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап дәүләт наградаларына лайыҡ булған, шул иҫәптән “Рәсәй урман байлыҡтарын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” билдәһе менән дә бүләкләнгән. 

– Урман хужалығында элек ике цех эшләне – Сумара һәм Шәрип урмансылыҡтарында. Унда таҡта ярҙыҡ, штакетник һәм башҡа төҙө­лөш материалдарын етештерҙек. Яңы Урман кодексы ғәмәлгә ингәс, урмандар ҡуртымға бирелде. Ә инде сеймал булмағас, беҙгә лә цехтарҙы ябырға тура килде, – ти Ғәлиулла Шәйехмулла улы.

Әлеге ваҡытта “Ҡалтасы урманы” учреждениеһы ағас ултыртыу, урмандарҙы таҙартыу маҡсатында ағас ҡырҡыу эшен ойоштороу менән шөғөлләнә.

“Ҡалтасы урманы” питомнигы республикалағы иң ҙурҙарҙан иҫәп­ләнә – 15 гектар майҙанды биләй. Унда шыршы, ҡарағай үҫтерелә. Питомникта ун кеше эшләй.

– Ағастың 20 процентын үҙебеҙ ултыртабыҙ, ә ҡалғанын һатыуға сығарабыҙ. Быйыл яҙ 700 мең дана үҫенте һаттыҡ, көҙ иһә 500 дана һатырға йыйынабыҙ. Уларҙы “Уральский лес” предприятиеһы һәм “Златоуст” йәмғиәте күпләп ала. Быйыл 15 гектар биләмәгә ағас ултырттыҡ, беҙҙең майҙан бә­ләкәй, сөнки урман ҡуртымда. Дәү­ләт заказы буйынса эшләйбеҙ һәм уны ваҡытында үтәп киләбеҙ, – ти директор.

Быйыл Ҡалтасы районында бер урман янғыны ла теркәлмәгән.

– Беҙҙә инде бер нисә йыл янғын булғаны юҡ. Ауыл хужалығы ерҙә­рендә осраҡлы янғындар сыҡҡан саҡта ла беҙ уны һүндереүҙә ярҙамлашабыҙ, был иһә уттың урманға күсеүенә юл ҡуймай. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү йүнәлешендә тәрбиәүи эшкә иғтибар ҙур. Халыҡ, балалар араһында аңлатыу эше алып бара­быҙ, иҫкәрткән аншлагтар эләбеҙ. Урындағы гәзит һәм телевидение аша сығыш яһайбыҙ, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Ғәлиулла Шәйехмулла улы.

“Ҡалтасы урманы” учрежде­ние­һы райондың тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, район һа­бан­туйы өсөн сәхнә һәм ултыр­ғыстар урынлаштырыу – хужалыҡ иңендә. “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер урманы” кеүек акцияларҙы ойошто­роуҙа ла уларҙың өлөшө ҙур.

“Экология” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә “Беларусь” тракторы, ике һабан һәм тырма алғандар. Киләһе йылда ла яңы техникаға ғариза биргәндәр.

Учреждениела 25 кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шуға ла коллективта тотороҡлолоҡ һаҡлана. Һәр предприятиелағы кеүек, бында ла коллективтың төп таянысы – хеҙмәт алдынғылары. Улар араһында участка начальнигы Сергей Алексеевич Фарафоновты билдәләргә мөмкин. Ул, Урал урман-техник институтын тамамлап, 1989 йылда эшкә килгән. Әсәһе Любовь Михайловна ла, Майкоп урман хужалығы техникумын тамамлап, 37 йыл ғүмерен ошо тармаҡҡа арнаған, мастерҙан алып инженерға тиклем үрләгән, әле хаҡлы ялда.

Директор урынбаҫары Зилфир Хәниф улы Сафин хужалыҡта 1993 йылдан эшләй. Ул сығышы менән Кушнаренко районынан. Ғәлиулла Ғабсамов, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған йәш белгестең үҙ һөнәрен яратыуын күреп, урмансы ярҙамсыһы итеп эшкә саҡырған. Шулай итеп, Зилфир Хәниф улы инде утыҙ йылға яҡын Ҡалтасы урманын тергеҙеүгә тос өлөш индерә.

Урман хужалығы – төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән тармаҡ ул. Мәҫәлән,  ағасты үҫтереү һәм ҡырҡыу эшен механизаторҙарҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тракторсы Рәзиф Рафаил улы Ғарифуллиндың хужалыҡта 1981 йылдан бирле намыҫлы эшләүе ошо хаҡта һөйләй.

Шулай уҡ ағас ҡырҡыусылар бригадиры, ағас ҡырҡыусы Данил Мөбин улы Ямалетдинов та 40 йыл урмансы һөнәренә тоғро ҡала.

“Ҡалтасы урманы”ның Надеждинский питомнигы менән дә таныштыҡ. Беҙ барғанда Татьяна Романова етәкселегендәге бригада –  Эльмира Тимерғазина, Анжела Миңлеғолова, Олег Батыров, Григорий Тимофеев үҫентеләр ара­һын­дағы сүп-сар үләнде йолҡа ине.

– Питомник 1975 йылда булдырылған. Уға “Юғары культуралы питомник” исеме бирелгән. Ошо йылдарҙа бында әллә нисә миллион дана ағас үҫентеһенә яңы һулыш бирелгән. Әле шыршы, ҡарағай ағастарын үҫтерәбеҙ. Элек йүкә үҫентеләре лә булды, тик һуңғы йылдарҙа ихтыяж булмағас, уны сәсмәй башланыҡ. Заманында өс миллион дана үҫенте һатҡан саҡтар булды, хәҙер күп хужалыҡ­тарҙың үҙҙәренең питомниктары бар, шуға ла йәш ағастар һора­майҙар.

Питомникта эш апрелдән октябргә тиклем бара. Ауыр хеҙмәт баҡсалағы кеүек яуаплылыҡ талап итә. Быйыл йәй эҫе булғас, бигерәк ҡыйынға тура килде. Кистәрен һыу һиптек. Бер үҫенте ағас булып китһен өсөн ҙур хеҙмәт һалына: тәүҙә тубырсыҡ йыябыҙ, һуңынан эшкәртәбеҙ, орлоҡтарын алабыҙ, аҙаҡ Урманды һаҡлау үҙәгендә уларҙың сифатын тикшертәбеҙ һәм “Орлоҡ сифаты” танытмаһы ала­быҙ. Артабан питомникта эш дауам итә. Һөнәренә тоғролар ағас үҫһен өсөн тырыша. Бер ағас киҫһәң, икәүҙе ултырт, ти бит халыҡ әйтеме, – тине Зилфир Сафин.

Әйткәндәй, ул үҙенең остазы Ғәлиулла Шәйехмулла улы менән оҙаҡ йылдар бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләй.

“Кушнаренконан әллә ҡайҙағы Ҡалтасыға килгәнеңә үкенмәй­һегеҙме?” – тип ҡыҙыҡһынам.

– Ғәлиулла Шәйехмулла улы менән 30 йылға яҡын бергә эшләйбеҙ. Ул – бик талапсан, бай тәжрибәле һәм урман эшенең барлыҡ нескәлектәрен аңлаған етәксе. “Йәшел ҡалҡан”ға ҡағы­лышлы һәр мәсьәләне йөрәге аша үткәрә. Беҙ уны лайыҡлы рәүештә урман хужалығының аҡһаҡалы, күренекле эшмәкәре тип әйтә алабыҙ. Ул 1994 йылда Ҡалтасы районы ерендә Рәсәй күләмендәге семинарҙы ла юғары кимәлдә ойоштороп, үҙенең оҫта етәксе булыуын күрһәтте, – тине Зилфир Хәниф улы.

Ысынлап та, “Ҡалтасы урманы” директоры Ғәлиулла Шәйехмулла улы – үҙен юғары квалификациялы белгес, оҫта етәксе һәм етеш­тереүҙе ойоштороусы эшмәкәр итеп күрһәтеп, райондаштары, коллегалары араһында үҙенең изге ғәмәлдәре менән лайыҡлы рәүештә абруй ҡаҙанған етәксе. Ауыр 90-сы йылдарҙа предприятиеға етәкселек итеүҙе үҙ иңенә алып, коллективты, етештереү базаһын һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Ул әле лә урман хужалығын үҫтереүгә бар күңелен һала, учреждение то­тороҡло һәм килемле эшләһен өсөн бөтә көсөн бирә. “Урмандың тәғәйенләнеше – иҡтисадҡа ғына хеҙмәт итеү түгел, ә кеше күңелен дә дауалау”, – тип иҫәпләй аҡһаҡал.

Ғәлиулла Шәйехмулла улы менән аралашҡанда тағы ла бер сифатына иғтибар иттем – үтә лә тыйнаҡ, маһайыу, маҡтаныу кеүек сифаттары бөтөнләй юҡ. Һәм быны тәбиғи күренеш тип ҡабул итергә мөмкин, сөнки ирмен тигән кеше һүҙ­гә һаран, эшкә йылдам була ул. 

Рәмилә МУСИНА. Ҡалтасы районы.

  • Йылдар дауамында яуланған абруй -