Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

"Башҡортостан" гәзите: "Был үҫентеләр – йәшәйештең киләсәге"

17 сентября 2021
131
0

Әбйәлил урман хужалығы заман менән бергә атлай.

Урманды тергеҙеүҙең яңы ҡағиҙәләренә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата яһалма һәм ҡатнаш урманды тергеҙеү майҙанының 20 процентын ябыҡ тамыр системаһы менән үҫтерелгән ағас үҫентеләре тәшкил итергә, был күрһәткес 2025 йылға – 30, 2030 йылға 45 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әле Волга буйы федераль округында Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Түбәнге Новгород өлкәһе ошо яңы алымды үҙләштереүгә ныҡлап тотонған. Быйыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған урман хужалыҡтары үҙ иҫәбенә бөтәһе 5,3 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән һәм бер миллион дана үҫенте етештереү мөмкинлеге биргән 21 теплица төҙөгән. Ошондай теплицаларҙың береһе Әбйәлил урман хужалығының Ҡырҙас участка биләмәһендә лә бар. 

– Быйыл махсус кассеталарҙа ябыҡ тамырлы система менән ағас ултыртыу өсөн 160 квадрат метр майҙанлы теплица төҙөнөк. Әлеге ваҡытта унда 40 мең дананан ашыу үҫенте үҫтерҙек, улар киләһе йылда урман тергеҙеүҙә файҙала­ныласаҡ. 2022 йылда дәүләт заданиеһы буйынса урманды яһалма тергеҙеү өсөн ошо ысул менән үҫтерелгән 20 мең самаһы үҫенте талап ителә, ә ҡалғаны подряд килешеүе буйынса ҡуртымға алынған урман участкаларын тергеҙеүгә китәсәк, – тине Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.

Ағас үҫентеләрен тәрбиәләгән кеше был шөғөлдөң ни тиклем ауыр һәм мәшәҡәтле икәнен яҡшы аңлай, шуға ла урманды ярат­ҡандар ғына унда эшләй ала. Ҡырҙас участка урмансылығы начальнигы Илгиз Сәлимйәнов, үҙ иңенә алған йөкләмәне намыҫлы үтәп, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған. Тәүге һөнәре төҙөүсе булһа ла, 2014 йылда Ҡырҙас участкаһына мастер булып эшкә урынлашып, нәҡ урман өлкәһендә үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлдө тапҡан.

– Быйыл яңы системаны үҙ­ләштерә башланыҡ. Урман хужа­лығы апрелдә теплица төҙөп бирҙе һәм унда ағастар ултырттыҡ. Теплица йылы һәм дым да етерлек булғас, үҫентеләр шунда уҡ ҡалҡып сыҡты. Бында улар асыҡ һауалағы үҫентеләргә ҡарағанда ике тапҡырға шәберәк үҫә. Әгәр асыҡ һауала уларға ике йыл кәрәкһә, теплицала иһә билдәләнгән дәүләт стандартына бер йылда барып етәләр. Беренсе тапҡыр ошондай ысулды ҡулланһаҡ та, матур ҡалҡ­тылар. Теплицалағы үҫенте­ләрҙе ихлас тәрбиәләгән Гөлфинә Сәлим­йәноваға һәм Разия Ғәлимйәноваға рәхмәт, йәй эҫе булһа ла, үҫен­теләргә ҡорорға юл ҡуйманылар, – тине Илгиз Мазһар улы.

Әйтергә кәрәк, Әбйәлил урман хужалығы урманды яһалма тер­геҙеү менән оҙаҡ йылдар ныҡлап шөғөлләнә. Йыл һайын ике питомникта ике миллион дана үҫенте үҫтерәләр, уларҙың 500 меңдән ашыуын урман хужалығы үҙе ағас ултыртыуҙа ҡуллана, ә ҡалғанын урман участкалары ҡуртымсы­ларына, ауыл биләмәләренә һаталар.

Әлбиттә, был – килем алыу өсөн отошло йүнәлештәрҙең береһе, әммә республика урман хужалыҡ­тары араһында һәр саҡ алдын­ғылар рәтендә булған әбйәлил­дәрҙең эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй – улар башҡа йүнәлештәрҙә лә уңышлы эшләй, дәүләт ҡуйған бурыстарҙы ла ваҡытында үтәп килә. Мәҫәлән, быйыл 125 гектар майҙанда яһалма ысул менән ағас ултыртҡандар, уның 73 гектары – федераль программаға ярашлы, ә ҡалғаны – ҡуртымсылар өсөн. Тағы ла 106 гектарҙа ағас тергеҙеүгә булышлыҡ иткәндәр, 242 гектар биләмәлә ағас үҫентеләрен тәрбиәләгәндәр, 60 гектар участкала өҫтәп ағас сәсеп сыҡҡандар. Бынан тыш, 300 гектар майҙанда урмандың норманан тайпылыу кимәлен тикшереү үткәр­гәндәр.

Урман хужалығы йыл һайын барлыҡ участка урмансы­лыҡ­тарында 100 гектарҙа – санитар-һауыҡтырыу, 170 гектарҙа – яҡтыртыу һәм таҙартыу, 160 гектар майҙанда һирәгәйтеү һәм үтә йөрөмәле ҡырҡыу эштәрен атҡара.

Хужалыҡҡа дәүләт йөкләмәһен үтәү өсөн субсидия бүленә, быйыл ул 3565,0 мең һум тәшкил иткән. Әйтергә кәрәк, предприятие килеменең 15–19 проценты бюджет сараларына тура килә, ә ҡалғаны – үҙҙәре тапҡан аҡса.

Әбйәлил урман хужалығы етеш­тереү-хужалыҡ эшмәкәр­легенә айырыуса иғтибар бирә. 2018 йылда бюджеттан тыш эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 14 миллион һум килем алыуға өлгәшкәндәр, былтыр төшөм, 11 миллион һумға артып, 25,2 миллион һум тәшкил иткән. Әлбиттә, бындай яҡшы күрһәткес­тәргә өлгәшеүҙә “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашы­рылған “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса дәүләт ярҙамын­да алынған яңы техниканың да өлөшө бар, йәғни милли проект сиктәрендә хужалыҡ ағас ташыуға тәғәйенләнгән “КамАЗ”, сорттарға айырып ташыусы тағылмалы “КамАЗ” һәм өс “Беларусь” тракторына эйә булған.

Учреждениеның етештереү-хужалыҡ эшмәкәрлегенән алынған килеме йыл һайын ағас эшкәртеүҙе һәм әҙер тауарҙы һатыуҙы арттырыу иҫәбенә үҫә. Хужалыҡ, ылыҫлы ағастарҙы тәрән эшкәртеп, таҡта кеүек төҙөлөш материалдары алырға тырыша, ә япраҡлы ағастарҙы утын әҙерләүгә тотоналар. Тауарҙы яҡын-тирәләге райондар һәм Магнитогорск халҡы, предприятиелар ала. Әйтергә кәрәк, былтыр етештерелгән таҡта күләме 1400 кубометр тәшкил итә, быйыл һигеҙ айҙа 880 кубометр бысҡандар.

Хужалыҡ бюджеттан тыш алған килемде етештереү эшмәкәрлегенә тотона, ә күп өлөшөн эшселәрҙең эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтә. Әлеге ваҡытта предприятиела 38 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 29,2 мең һум тәшкил итә.

Әлбиттә, предприятиены борсо­ған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, башҡарылған эш өсөн бюджеттан бүленгән субсидия күләме кәмей бара, ә яғыулыҡҡа хаҡ арта. Әммә әбйәлилдәр бирешергә уйламай, артабан да баҙарҙа ихтыяж менән файҙаланған ағас үҫентеләрен үҫтереү, ағасты тәрән эшкәртеү, етештереүсәнлекте арттырыу өсөн учреждениеның машина-техник паркын яңыртыу йүнәлешендә эште дауам итә.

– Предприятиела ун йылдан ашыу эшләйем. Ошо ваҡытта урман хужалығында даими тотороҡ­лолоҡ һаҡлана, килем алып эшләй­беҙ. Хеҙмәт хаҡы, һалым һәм баш­ҡа иғәнәләр ҙә ваҡытында түләнә, – ти иҡтисадсы Нурия Йәһүҙина.

Күсем участкаһының урман мас­теры Нур Мөхәмәтҡужин да предприятиела ун йылдан ашыу эшләй. Ул үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған.

– Хужа һәйбәт, шуға ла эш алға бара. Зариф Тәфтизан улын оҙаҡ йылдар беләм. Ул урман хужалығы эшенең бөтә нескәлектәрен дә аңлай, шуға ла уның менән эшләүе еңел. Етәксе булараҡ та кешелекле, ғәҙел, шуға ла беҙ уны яҡшы яҡтан ғына телгә алабыҙ, – тине Нур Мөхәмәтҡужин.

Ысынлап та, Зариф Абдуллин кеүек белгестәр урман хужалығы тармағының тотороҡло нигеҙе булып тора. Ул 1990 йылда 18 йәше тулыр-тулмаҫтан “Ленин юлы” колхозының хужалыҡ-ара урман хужалығында урмансы булып эшләй башлаған. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та, ошо хужалыҡта хеҙмәт юлын дауам итә. Ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр уни­верситетының урман хужалығы факультетын тамамлай. 2000 йылда Әбйәлил ауыл урман хужа­лығына баш урмансы итеп тәғә­йенләнә. Һуңынан Әбйәлил урман хужалығының урман тергеҙеү инженеры, баш урмансыһы, “Баш­ҡорт урманы” учреждениеһының Әбйәлил бүлеге начальнигы, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты, Әбйәлил урмансы­лығында урманды һаҡлау һәм яҡлау инженеры, урмансы ярҙам­сыһы, етәксеһе кеүек вазифаларҙа эшләй. 2015 йылдан Әбйәлил урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

– Һәр предприятиеның байлығы – уның эшселәре. Беҙҙең урман хужалығында ла оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән һәм предприя­тие­ның үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр бар. Улар араһынан участка начальнигы Илгиз Сәлим­йәновты, урман мастеры Илфат Ғайсинды, цех мастеры Илмир Шаһивәлиевте, иҡтисадсы Нурия Йәһүҙинаны, бухгалтер Гүзәл Баһранованы, водитель Нәғимйән Вәлиевте, тракторсы Данис Хәйруллинды билдәләр инем. Ғөмүмән, барлыҡ коллективҡа намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. Шулай уҡ беҙҙең менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән Урман хужалығы министрлығының Әбйәлил урман­сылығы буйынса территориаль бүлеге, Әбйәлил урмансылығы, Белорет 3-сө типтағы урман янғыны станцияһының “Асҡар участкаһы” һәм Федераль дәүләт урман һағы һәм күҙәтеүе бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт.

Урмандарҙы тергеҙеүгә тос өлөш индергән ветерандарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә­ләрен һөнәри байрам менән ҡот­лайым! Уларға һаулыҡ һәм сабыр­лыҡ теләйем, – тине Зариф Тәфтизан улы.

Рәмилә МУСИНА. Әбйәлил районы.