Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

"Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә" - "Башҡортостан" гәзите

16 марта 2021
27
0

Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 18 майында ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы субъекттары биләмәһендә Урман янғындарын һүндереү йыйылма планын әҙерләү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы ҡарарын башҡарыу йәһәтенән Башҡортостан урман хужалығы министрлығы 2021 йылға республика биләмәһендә Урман янғындарын һүндереү йыйылма планын әҙерләне. Федераль урман хужалығы агентлығы менән килешелгән планды 12 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫланы.

 – План бөтә төр урман янғындарын әҙ сығымдар менән тиҙ арала һүндереү буйынса мобиль күрһәтмә булып тора. Ул үҙенә янғын сыҡҡан осраҡта хәрәкәт, көс һәм саралар ташлау схемаһын, шулай уҡ техника һанын, кешеләр резервын, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа структуралар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек алгоритмын, һәр урмансылыҡ өсөн  һәм төбәктә килеп сыҡҡан урман янғындарын нәтижәле бөтөрөү өсөн кәрәкле башҡа мәғлүмәттәр өсөн яуаплы кешеләр исемлеген индерә, – ти республика  Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов.

Күрһәтелгән план буйынса, быйыл янғын хәүефе янаған миҙгелдә утҡа ҡаршы көрәштә туғыҙ меңдән ашыу кешене һәм 2,7 мең берәмек техниканы йәлеп итеү ҡарала, шул иҫәптән урман янғыны берләшмәһенән – 963 кеше һәм 655 берәмек техника, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан – 184 кеше һәм 63 бермек техника, урман участкалары ҡуртымсылары һәм муниципаль учреждение көсө – 8808 кеше һәм 2033 берәмек техника.

Быйылғы янғын хәүефе янаған миҙгелдә Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге янғын техникаһы һәм ҡорамалдары, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән: 300 берәмек ут һүндергес, өс берәмек техника, 2300 литр яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡламын булдырған.

Йыйылма планға ярашлы, март-апрель айҙарында Әүжән, Бөрө, Ғафури, Күгәрсен һм Учалы урмансылыҡтары биләмәләрендә бөтә көстәрҙе һәм сараларҙы йәлеп итеп, янғын һүндереү буйынса төбәк уҡыуҙары үткәреләсәк.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән "Экология" милли проекты сиктәрәрендә ғәмәлгә ашырылған "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектында Башҡортостан Республикаһы әүҙем ҡатнаша. Ошо программа буйынса республиканың Урман хужалығы министрлығы күпләп янғын һүндереү техникаһы һатып алыуға өлгәште. 

#ВладимирПутин #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Рәмилә Мусина