Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Марат ШӘРӘФЕТДИНОВ: “Министрлыҡтың бурысы – урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау”

20 Января 2021
63
0

Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов республиканың төп матбуғат баҫмалары хәбәрселәре менән брифинг барышында “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинованың һорауына ла төплө яуап бирҙе:

- Марат Искәндәр улы, урманды киҫеү – Бөрйән, Белорет районы халҡын айырыуса борсой. Йылына күпме ағас киҫелә? Урманды тергеҙеү эше нисек алып барыла?

Әлеге мәлдә республиканың урман фондында 785 миллион кубометр ағас бар. Йылына 10,4 миллион кубометр урманды киҫеү рөхсәте бирелә. Был дөйөм күләмдең 1,3 процентын тәшкил итә.

2020 йылғы күрһәткестәргә күҙ һалһаҡ, 2,8 миллион кубометр ағас эшкәртелгән. Был үткән йылдың күрһәткесенән дә кәмерәк. Эшкәртелгән ағастың дөйөм күләменең яртыһы арендаторҙар иҫәбенә тура килә, 20 проценты халыҡҡа бирелә, 15 проценты иһә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында аукционға ҡуйыла.

Ағас эшкәртеү эше быға тиклем төҙөлгән инфраструктура нигеҙендә алып барыла. Урманда юлдар һалыу мөмкин түгел, быға иҡтисади-хоҡуҡи сәбәптәр ҙә бар. Шуға республикала урман эшкәртеү күләме ҙур түгел тиер инем. Әммә урман эшкәртеү һөҙөмтәһен арттырыу мөһим.

Йәнә шуға иғтибар иткем килә: урманға ылыҫ ағасына ихтыяжы булған инвесторҙар килде. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдарын барлайбыҙ.

Урманды тергеҙеүгә килгәндә, “Экология” милли проектына ҡараған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Федераль ҡаҙнанан былтыр әлеге сараларҙы тормошҡа ашырыуға 211,2 миллион һум аҡса бүленде. Бындай сығымдар Волга буйы федераль округында тәү сиратта Башҡортостанға бирелде, Рәсәй кимәлендә беҙ икенсе урында киләбеҙ. Быйылға иһә федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 162,3 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған, - тине Марат Искәндәр улы.

Урмандарҙы тергеҙеү эше былтыр 14900 гектар майҙанда атҡарылған. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: былтыр 13990 гектар майҙанда урман киҫелгән. Тимәк беҙ тергеҙеү эшен 106,5 процентҡа атҡарғанбыҙ.

Төрлө ысулдар ҡулланып 7,4 мең гектар урман культуралары ултыртылған. Был йәһәттән Волга буйы федераль округында беҙ йыл да беренсе урында киләбеҙ.

Иң күбе урманды Йылайыр (1566 гектар), Белорет (1527 гектар), Баймаҡ (1270 гектар), Ҡариҙел (1191 гектар) райондарында ултырттылар. Шуны һыҙыҡ аҫтына алғым килә – һаналған райондарҙа урман эшкәртеү эше әүҙем алып барыла.

Быйыл иһә урман тергеҙеү йәһәтенән 14,3 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу планлаштырылған.

"Башҡортостан" гәзите