Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Ир-аттар менән бер рәттән - "Башҡортостан" гәзите

18 Сентября 2020
79
0
Нуриман урмансылы­ғының Павловка участкаһы өлкән мастеры Зилә Әлтәф ҡыҙы Карась – барлыҡ ғүмерен урман эшенә бағышлаған, хеҙмәттәш­тәре алдында абруй ҡаҙанған, бурысын намыҫлы атҡарған тәжрибәле хеҙмәткәр.

Ҡариҙел районында тыуып үҫкән ҡыҙ Башҡорт­остан дәүләт аграр университетын тамамлағас, 1986 йылда Павловка урман хужалығына инженер булып эшкә килә, уға шулай уҡ урмансы ярҙамсыһы вазифаһын да үтәргә насип була.

– Элекке осор менән бөгөнгө хеҙмәт шарттарын, әлбиттә, сағыштырып булмай. Совет заманында күпкә еңел ине. Мәҫәлән, беҙ эшләй башлаған саҡта Нуриман урмансылығын 12 урмансы һәм ике мастер хеҙмәтләндерҙе, хәҙер иһә ошо күләм ике мастер иңендә. Күләм шулай уҡ ҙур, ә алға ҡуйылған бурысты атҡарып сығырға тейешбеҙ. Әлбиттә, планды үтәп киләбеҙ, шуға ла беҙҙең урмансылыҡ алдынғылар рәтендә. Берҙәм эшләйбеҙ, шуға ла эш яҡшы һөҙөмтә бирә, – ти Зилә Әлтәф ҡыҙы.
Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне
  • Ир-аттар менән бер рәттән -