Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

“Йәшел ҡалҡанды” һауанан күҙәттек

18 Сентября 2020
60
0

Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, ти халыҡ. Шуға ла Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының һауа юлындағы сәйәхәтендә ҡатнашыуҙан бер нисек тә баш тартып булманы. Әлбиттә, ҡурҡыу хисе лә булды, сөнки республиканың урман янғындарын авиакүҙәтеү тарихында фажиғәле биттәр ҙә бар. Мәҫәлән, 2017 йылда Белорет районы ҡурсаулығы биләмәһендә вертолет һәләкәткә осраны. Унда өс кеше һәләк булды: пилот Олег Никитин, республиканың Урман янғынын күҙәтеү үҙәге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Йәнгиров һәм осоусы-күҙәтеүсе Дамир Шәймөхәмәтов.

Билдәле самолетта осорға яҙҙы

Һауаға патруллек итеү осошонда ҡатнашыу өсөн тәүҙә рөхсәт алаһың, һуңынан Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында етди тикшереү үтәһең.

Бына беҙ осасаҡ “Ан-2” самолетына юлландыҡ. Был “тимер ҡош”тоң тарихы бай. Ул Урман хужалығы министрлығына тапшы­рылғанға тиклем парашют спортын аэрофотоға төшөрөүҙә, яландарға ашлама һиптереүҙә, хатта үҙ ваҡытында санитар авиацияла ла хеҙмәт иткән. Был самолетты халыҡта “кукурузник” тип атайҙар. Шулай итеп, беҙ осасаҡ самолет 21 йыл хеҙмәт итә, әммә был осор уның өсөн сик түгел. Пилоттар уны “Калашников автоматы кеүек мәңгелек хеҙмәт итеү өсөн эшләнгән” тип ҡылыҡһырлай.

Мәғлүм булыуынса, “кукурузник” өсөн махсус япмалы осоу һыҙаты кәрәкмәй, ул ябай яландан да, баҫыуҙан да, хатта ҡарлы тигеҙ­лектәрҙән дә осоп китә ала. Бынан тыш, уға тиҙлек йыйыу өсөн 30 метр ара етә, ул ерҙән биш метр бейеклектә тыныс, хәүефһеҙ осоу мөмкинлегенә эйә. Шуға ла был самолеттар урмандарҙы күҙәтеү өсөн уңайлы. 70 йылдан ашыу ваҡыт арауығында сығарыл­ған “Ан-2” – Гиннестың рекордтар китабына индерелгән берҙән-бер самолет.

Болот менән янғынды бутарға ярамай...

Техник хеҙмәтләндереүселәр “тимер ҡош”то осоуға әҙерләп бөткәс, самолет командиры Ринат Зәйниев менән пилот-инструктор Михаил Станкевич кабинаға үҙ урындарына ҡунаҡланы. Улар артынса журналистар һәм Башҡорт­остандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең осоусы-күҙәтеүсеһе Урал Риянов инде.

Беҙгә был осош оло ваҡиға кеүек күренһә лә, летчиктар өсөн ҡәҙимге, күнегелгән сираттағы янғындарҙы асыҡлау сараһы. Шуғалыр ҙа улар үҙҙәрен тыныс һәм эшлекле тота. Мәҫәлән, “РусАвиа”ла пилот-инструктор булып эшләгән Михаил Станкевичҡа 49 йәш. Инде 29 йыл һауа киңлеген иңләй, бөтәһе 14 мең сәғәт осҡан. Самолет командиры Ринат Зәй­ниевкә 29 йәш, шуның алты йылын һауа авиацияһына арнаған, йәғни 1700 сәғәт осҡан.

– Осоу схемаһы беҙҙең башта һаҡлана, шуға ла борсолорға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Эшем оҡшай, тотороҡло. Беҙ Урман хужалығы министрлығы менән күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тине Ринат Зәйниев.

Бына донъя ярып, көслө тауыш сығарып “кукурузник” һауаға артылды. Көслө һелкетер тип уйлап, ныҡ итеп тотоноп ултырабыҙ, әммә тәжрибәле экипаждың оҫта эш итеүенә инанғас, шунда уҡ тынысландыҡ. Самолет та, үҙенең ышаныслы ҡулдарҙа булғанын аңлағандай, һауаға – өҫкә ынтылыуын белә. Ә беҙ иһә, донъяға яңы тыуған сабыйҙар шикелле, аҫтағы һәр күренеште ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу менән күҙәтәбеҙ. Бәхеткә күрә, был көн аяҙ, елһеҙ булды.

Һауанан ер шул тиклем матур булып күренә. 1,5 километр бейеклектән осҡанда аҫта 30 саҡрым радиустағы арауыҡ яҡшы күренә, ә төтөн сығыуын 50 саҡрым алыҫлыҡтан асыҡлайҙар, тик был осраҡта болот менән янғынды бутарға ярамай.
– Урман янғынын төтөн төҫөнән дә айырырға мөмкин. Мәҫәлән, ылыҫлы урман янғанда, ҡара төҫтәге төтөн сыға, ҡайындың да төтөнө ҡуйы-ҡара була. Сүп-сар яҡҡан осраҡта, ғәҙәттә, аҡ төтөн күтәрелә. Әммә барыбер шул урынға барып етеп, тикшереп, хәлгә тулыһынса асыҡлыҡ индереү хәйерле.

Республикалағы ҡурсаулыҡтар – үтеүе ауыр булған урындарҙа, бындай райондарға ябай техника инә алмай. Шуға ла янғын башланғанын һауанан ғына күреп, асыҡларға мөмкин. Республикала көньяҡ-көнсығыш төбәккә айырыуса иғтибар ҙур, – ти Урал Риянов.

Мәғлүм булыуынса, әлеге мәлдә республиканың көньяҡ-көнсығыш урмандарында 4-се класлы янғын хәүефе иғлан ителгән.
– Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарында күпселек осраҡта йәшендәр ҡоро һәм ямғырһыҙ була. Быйылғы миҙгелдә шул сәбәпле тоҡанған урман янғындары күп булды, – ти осоусы-күҙәтеүсе.

Ул янғынды күргәс тә, был сығанаҡтың координатын Башҡорт­остан Урман хужалығы министр­лығының Төбәк диспетчер пунктына хәбәр итә. Әйткәндәй, штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта ул үҙе лә штурвалға ултыра. Егет тәүҙә Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыған, һуңынан махсус осоу курсын тамамлаған.

“Кукурузник”тың тиҙлекте сәғәтенә 180 километрға тиклем еткереү мөмкинлеге бар, ә ул төбәктең 17 районын артта ҡалдырып, талғын ғына алға осоуын дауам итә.

Йылайыр ерендә

“Ан-2” самолеты ике сәғәт самаһы республика урмандарын байҡап, Йылайырға барып төштө. Унда беҙҙе район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Йылайыр урмансылығы етәксеһе Ислам Игебаев ҡаршыланы.

Борис Николаевич Йылайыр халҡы өсөн урмандың төп көнкүреш сығанағы булып тороуын билдә­ләне. Шуға ла янғындарҙы һүн­дереүҙә барыһы ла әүҙем ҡатнаша.

– Бер-беребеҙгә ярҙам итмәһәк, был эште йылдам атҡарып булмаҫ ине. Белеүегеҙсә, быйыл ағастарға ебәк күбәләге төштө. Икенсе йыл да уның киң таралыу ҡурҡынысы бар, шуға күрә был турала ла фекерләшеп, ваҡытында эшкәртеп, проблеманы министрлыҡ менән бергәләп хәл итергә уйлайбыҙ, – тине Борис Николаевич.

Ислам Нуретдин улы белде­реүенсә, быйыл Йылайыр районында биш янғын осрағы булған, унда 6,6 гектар майҙанда “йәшел ҡалҡан” зыян күргән.

– 30 августа авиапатруль ярҙамында беҙҙең районда бер янғын осрағы асыҡланды. Утты һүндереүгә 25 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителде. Әле урманда хәлдәр тыныс. Һуңғы ике йылда “Урмандарҙы һаҡлау” милли проекты буйынса ике янғын һүндереү машинаһы, бер ремонт модуле, “ГАЗ-66”, “УАЗ” автомо­билдәре алдыҡ. Район буйынса янғын һүндереү планы раҫланды. Мобиль төркөмдәрҙә – 147 кеше. Төбәктә 203608 гектар урман бар, – ти Ислам Игебаев.

Йылайыр урмансылары менән осрашҡандан һуң, “Ан-2” тағы ла һауаға күтәрелде. Беҙ иһә, урман­дарҙа тыныс, янғынһыҙ булыуына ҡыуанып, Башҡорт­остан­дың ма­турлығына һоҡланып, һауа юлдары буйлап сәйәхәтте артабан дауам иттек.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортос­танда авиация патруленең һигеҙ маршруты раҫланған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 4915 километр тәшкил итә. Янғын асыҡланған осраҡта, тәбиғәт шарттары үҙгәргәндә, маршруттарҙың икенсе йүнәлеш алыуы ла ихтимал. Авиация разведкаһы буйынса урман янғыны тиҙ асыҡлана, уның урыны һәм уттың йүнәлеше билдәләнә, ул урынға урман һүндереү көстәре ебәрелә.

Авиация патруле ваҡытында осоусы-күҙәтеүсе асыҡланған башҡа төрҙәге янғындар тураһын­дағы мәғлүмәттәр ҙә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына һәм райондарҙағы Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә тапшырыла. Бындай оператив мәғлүмәт уттың ауылдарға һәм урманға таралыуына юл ҡуймай.

Быйыл республика урмандарында 124 янғын теркәлһә, уларҙың 52-һе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 60 осраҡта тәбиғи факторҙар һөҙөмтәһендә булған (шул иҫәптән йәшен атыуға бәйле), шулай уҡ ун янғын башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән “йәшел ҡалҡан”ға күскән, ике осраҡта хәл техноген объект­тарға бәйле килеп тыуған. Әйтергә кәрәк, авиация ярҙамында урман­дарҙы даими күҙәтеү һөҙөмтәһендә күп янғындар башланған сағында асыҡланып, мәлендә һүндереүгә өлгәшелгән.
Автор: Рәмилә Мусина