Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Бөтә ғүмерен арнаған - "Башҡортостан" гәзите

18 Сентября 2020
58
0
“Урман хужалы­ғы­ның почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнгән Салауат Ғилми­карамов менән танышырға насип булды. Ул 36 йыл ғүмерен Нуриман районы урмандарын һаҡлауға биргән. Быйыл хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман сафта.

– Мин хеҙмәтләндергән Салдыбаш урмансылы­ғының майҙаны 38 138 гектар тәшкил итә, йәғни бер осонан икенсеһенә барып сыҡҡансы 100 саҡрым араны үтергә кәрәк. Урмансының эш хаҡы электән юғары булманы, әммә һәр ваҡыт хужалыҡта мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоттоҡ. Тырышһаң, бөтә ергә лә өлгөрөргә була, – ти урман хужалығы ветераны.

Салауат Муллахан улы сығышы менән Балтас районының Тушҡыр тигән башҡорт ауылынан. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас, 1985 йылда йәш белгесте Нуриман урман һунарсылығы хужалығына мастер итеп эшкә ебәрәләр. Аҙаҡ иһә хеҙмәт юлында урмансы ярҙамсыһы, урман инженеры, лесничий кеүек вазифаларҙы ла атҡара ул. Әле Нуриман урмансылығының Салдыбаш биләмәһендә участка урмансыһы булып хеҙмәт итә.

Уңған ғаилә башлығы өс ул үҫтергән, бөтәһе лә юғары белемле. Кинйә улы Дамир атаһының юлын дауам итә – Нуриман урман хужалығында юрист булып эшләй.

– Бөгөн урмансыларға юридик яҡтан да белемле булырға кәрәк, сөнки уйламаған ерҙә абыныуың бар. Урмансылар күберәк булһын ине, шунһыҙ урманды һаҡлауы ауыр, – ти тәжрибәле урмансы.
Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне
  • Бөтә ғүмерен арнаған -