Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

"Башҡортостан" гәзите: Йылайырға төштөк

2 Сентября 2020
66
0

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урмандарҙа янғын осраҡтарын асыҡлау маҡсатында ойошторған 17-се осошонда беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

“АН-2” самолеты республика урмандарын байҡап, Йылайырға төштө. Унда беҙҙе район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Йылайыр урмансылығы етәксеһе Ислам Игебаев ҡаршыланы.

Борис Николаевич Йылайыр халҡы өсөн урмандың төп йәшәү сығанағы булып торғанын билдәләне. Шуға ла янғындарҙы һүндереүҙә барыһы ла әүҙем ҡатнаша.

- Бер-беребеҙгә ярҙам итмәһәк, был эште йылдам атҡарып булмаҫ ине, - тине етәксе. - Белеүегеҙсә, быйыл урманға ебәк күбәләге төштө. Икенсе йыл да уның киң таралыу ҡурҡынысы бар. Шуға был турала ла фекерләшеп, ваҡытында эшкәртеп, проблеманы министрлыҡ менән бергәләп хәл итергә уйлайбыҙ, – тине Борис Николаевич.

Ислам Нуретдин улы белдереүенсә, быйыл Йылайыр районында биш янғын осрағы булған, унда 6,6 гектар майҙан “йәшел ҡалҡан” зыян күргән.

"Башҡортостан" гәзите. Рәмилә Мусина. Автор фотоһы.