Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

"Һеҙгә рәхмәт белдерәм!"

24 Июля 2020
49
0

Бөгөн республиканың Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров июлдә Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы һәм башҡа райондарҙа ҡоторған урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, урман янғынына ҡаршы көрәш берләшмәләре вәкилдәренә, тос өлөш индергән әүҙем ирекмәндәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Белорет районы Сермән ауылынан ут һүндерергә барып, вафат булған Рәсүл Шәһивәли улы Сафин үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Миҙалды уның тормош иптәше Ғәлиә Зиннәт ҡыҙына тапшырҙылар. Шулай уҡ тағы ла 27 кеше республика етәксеһе ҡулынан Рәхмәт ҡағыҙҙары алды.

– Янғындар бәйле ваҡиғалар көслө борсоуға һалды, сөнки тәбиғәт шарттары бик ауыр ине. Бер нисә сығанаҡ барлыҡҡа килде, уларҙың күптәре тәбиғи характерҙағы – ҡоро йәшендәрҙән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһы ла ҡатмарлы рельефлы биләмәләрҙә тоҡанды. Ҡайһы бер осраҡтарҙа һыуҙы аттарҙа алып килергә кәрәк булды. Шуға күрә лә ҡул хеҙмәтенән, ирекмәндәрҙең ярҙамынан тыш эшләүе ауыр ине. Бөгөн бөтә сығанаҡтарҙы ла бөтөрә алдыҡ һәм тәбиғәт үҙе лә ярҙам итте. Әммә һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ шунда - беҙ республикабыҙҙың гүзәл урмандарына ауыр зыян килтереүгә юл ҡуйманыҡ. Һәм ошоноң өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, – тине бүләкләү тантанаһында Радий Хәбиров.

Янғындарҙы һүндереүҙә меңәрләгән кеше ҡатнашты. Улар араһында айырыуса фиҙакәрлек күрһәткән “Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының “Өфө” 3-сө типтағы урман янғыны станцияһы начальнигы Айҙар Мортазин 13 июлдән 22 июлгә тиклем Әүжән урмансылығы биләмәһендәге янғынды һүндереүҙә ҡатнаша. Тәжрибәле хеҙмәткәр, етәксе ярҙамсыһы булараҡ та, төньяҡ битләүҙә көстәрҙе һәм сараларҙы дөрөҫ урынлаштырып, утты ауыҙлыҡлай һәм артабан таратыуға юл ҡуймай.

Шулай уҡ “Өфө” станцияһынан тракторсы Михаил Никитин, “Белорет” станцияһынан тракторсы Иван Панов, Тирлән участкаһынан тракторсы Илшат Ибраһимов, “Йылайыр” станцияһынан тракторсы Алексей Горшенин – Әүжән урмансылығында, ә “Йылайыр” станцияһының тракторсыһы Александр Акулин Кананикольский урмансылығында утты һүндереүҙә һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтә, ауыр һәм текә урындарҙа минерал һыҙат һыҙып, уттың юлын быуалар.

“Белорет” урман янғыны станцияһы водителе Владимир Пилясов, Әүжән участкаһы водителе Владимир Рыжов, Асҡар участкаһынан Әсғәт Хамматов, “Дыуан” 2-се типтағы урман янғыны станцияһы водителе Илфат Зинуров - Әүжән урмансылығында, “Белорет” станцияһының Бөрйән участкаһы водителе Мортаза Хәсәнов Бөрйән урмансылығында янғындарын һүндергән саҡта үтеүе ауыр булған урындар аша ваҡиға урынына ирекмәндәрҙе ташыйҙар, һыу менән тәьмин итеп торалар.

Белорет районының Ҡаһарман ауылы халҡы ла ут һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Улар араһында шәхси эшҡыуар, ирекмән Самат Мусин Әүжән урмансылығы биләмәһендәге утты һүндереүҙә гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, 13 июлдән 22 июлгә тиклем ут һүндереүгә йәлеп ителгән учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәрен йәшәү урыны менән тәьмин итә, ашатыуҙы ойоштора. Шулай уҡ тау араһындағы йүнәлештәрҙе яҡшы белеүе һөҙөмтәһендә уңайлы барыу юлдарын күрһәтеп тора, шулай ауылдаштары араһынан оҙатыусыларҙы йәлеп итә.

– Бөтә республика күҙәтте, төтөн беҙҙең ауылды ғына түгел, хатта трассаны ла ҡаплап алғайны. Шундай ауыр минутта береһе лә ҡаушап ҡалманы. Утты һүндереүҙә республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Беҙ дан өсөн йөрөмәнек, күңел ҡушыуы буйынса эшләнек. Әлбиттә, республика Башлығының ошондай иғтибары күңелгә йылылыҡ бирә, – тине Самат Мөҡтәсип улы.

Ҡаһарман ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, ирекмән Суфиян Ишмөхәмәтов та Әүжән урмансылығы биләмәһендәге янғынды һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша – үтеүе ауыр булған урындаға юл эшләүгә һәм минерал һыҙат һыҙыуға үҙенең шәхси бульдозерын һәм урман һабанын йәлеп итә, үҙе лә ошо эштәрҙә алғы һыҙыҡта йөрөй.

“Ҡаһарман ауылы эргәһендә янғынды һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Ошо янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләргә рәхмәт әйткем килә. Был янғынды һүндереүҙә Бәләбәйҙән, Сибайҙан һәм башҡа бик күп ерҙәрҙән ярҙамға килделәр, хатта Ҡазандан да булдылар. Уларҙың ярҙамы теймәһә, был янғын ҡайҙа барып етере билдәһеҙ ине. Беҙ янғын башланыу менән “ДТ-75” тракторына ултырып, юлға ҡуҙғалдыҡ. Тракторсы Ғимран Мырҙабаев тауҙарҙың текә булыуына ҡарамайынса, ауылын һаҡлау өсөн һыҙат ҡырҡып сыҡты. Элекке урмансы Ғәфиәт Дәүләтбаев, Дим Мусин юл күрһәтеп ярҙам итте. Айнур Ҡужәхмәтов үҙенең тракторы менән икенсе яҡтан һыҙат ҡырҡты. Шулай итеп, янғынды ҡамап алдыҡ. Тәүге ике көндә, техника килеп еткәнсе, улар шулай һаҡлап торҙоҡ Ҡаһарман ауылын”, – тип утты һүндереүгә тос өлөш индергән ирекмәндәр тураһында һөйләне Суфиян Нәғимйән улы.

Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан, башҡа рәсми сығанаҡтарҙан.