Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Урмандар тергеҙелә - "Башҡортостан" гәзите

16 Июня 2020
74
0

Башҡортостандың төп байлығы булған урман йылдар дауамында ил сәнәғәтен ағас һәм унан етештерелгән төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеп килә, урындағы халыҡты ла шөғөллө итә. Әммә йәшел ҡалҡанды ҡырҡыу ғына түгел, һаҡлау ҙа зарур. Был йәһәттән Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалған урман хужалыҡтарының, янғын һүндереү формированиеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Республикала урманды тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, ағас ултыртыу буйынса экологик акциялар уҙғарыла.

Улар менән танышыу теләге тыуҙы

Быйыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының коллегия ултырышында йәшел ҡалҡанды һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү мәсьәләләре ентекле ҡаралды. Сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов урман тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙә­ренә дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тап­шырҙы. Улар араһында Дүртөйлө урмансылығы начальнигы Нәзиф Мансуров та бар ине – уға “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған урман­сыһы” тигән исем бирелде. Шул саҡта уҡ миндә, ҡара урманлы Белорет ра­йонында тыуып үҫкән ҡыҙҙа, “ул яҡ­тарҙа ниндәй урман бар икән?” тигән һорау тыуҙы. Нәҡ ошо мәлдә ул етәк­селек иткән Дүртөйлө урмансылығы менән танышыу теләге барлыҡҡа килде.

Ниәтебеҙ тормошҡа ашты. Урман­сылыҡ район үҙәгенә – Дүртөйлө ҡалаһына ингән юл буйындағы ике ҡатлы төҙөк бинала урынлашҡан. Тупһанан уҡ хужаның ниндәй булыуы беленә – бөтә ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында.

Әйткәндәй, Дүртөйлө урмансы­лығына Дүртөйлө, Илеш һәм Ҡалтасы райондарына ҡараған урмандар инә. Уның майҙаны 121653 гектар тәшкил итә. Тимәк, Нәзиф Рәшит улы өс райондағы урмандар өсөн яуаплы.

Ағас ултыртыу планы үтәлә

Етәксе беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ағас ултыртыу тамамланып торғас, һүҙҙе шунан башланыҡ.
– Беҙҙең Дүртөйлө урмансы­лығында бар яҡлап та һаҡлаулы урмандар, шуға ла улар ҡырҡылмай, тик санитар эштәр генә уҙғарыла. Урманды тергеҙеү эштәрен Илеш урман хужалығы алып бара. Йыл һайын бирелгән план 100 процентҡа үтәлә. Быйыл беҙҙең урмансылыҡта бөтәһе 146,1 гектар майҙанға ағас ултыртыу ҡаралған, шул иҫәптән Өфө фанера комбинаты – 46, “Ҡалтасы урманы” учреждениеһы – 30, Илеш урман хужалығы 70 гектар майҙанда был эштәрҙе атҡарып сығырға тейеш. Беҙҙә йәш үҫентеләр яҡшы ерегеп китә, йәғни күрһәткес 85 процентҡа тиң.

Быға тиклем ағас ултыртыуҙа мәктәп урмансылығы ла ҡатнаша ине, быйыл, коронавирусҡа бәйле, уҡыу­сылар был эштән ситтә ҡалды. Илеш урман хужалығы ағасты механизация­ланған ысул менән ултыртты, – тине Нәзиф Рәшит улы.

Бында эллипсоид питомниктары бар

Мәғлүм булыуынса, “Экология” милли проекты 2024 йылға тиклем бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты талаптары буйынса ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙә урмансылар ябыҡ тамырлы системала үҫтерелгән үҫентеләрҙе ултыр­тыуға күсергә тейеш, йәғни әлегә асыҡ питомниктарҙа ағас үҫтерелмә­йәсәк, ябыҡ питомниктар ғына була­саҡ, шулай уҡ үҫентеләр тик кассе­таларға сәселә. Уны халыҡта фин системаһы ла тип әйтәләр.
Әлбиттә, күп урман хужалыҡ­та­рына был алымға күсеү еңелдән булмаясаҡ, әммә дүртөйлөләргә өйрәнәһе түгел, сөнки улар инде 50 йыл дауамында ошо ысулды ҡуллана. Ғөмүмән, улар – күптән компенсациялы урман тергеҙеү системаһын үҙләштергән һәм әле республикала тулыһынса фин системаһы менән эшләгән берҙән-бер хужалыҡ.

Ғәмәлдә Дүртөйлө урман хужа­лығы урмансыһы Т.Д. Васюкеевич, 1968 йылда уҡ Балтик буйы тәж­рибәһен ҡулланып, 0,5 гектар май­ҙанда тәүге эллипсоид питомнигына нигеҙ һала. Әле Дүртөйлө урман­сылығы биләмәһенә ҡараған Кәңгеш участка урмансылығында ике эллипсоид питомнигы бар, берәүһе Әңгәсәк урман участкаһында урынлашҡан. Уларҙың һәр береһенең майҙаны 0,5 гектарға тиң.

Эллипсоид питомниктарының өҫтөнлөгө шунда – ашлама һәм гербицидтар ҡулланмайынса, тәбиғи мөхиттән файҙаланып, бер үк май­ҙанда йылдар дауамында көслө үҫентеләр үҫтерелә. Айырыуса күлә­гәлә үҫкән үҫенте тоҡомдары өсөн эллипсоид питомниктарындағы микроклимат шарттары уңайлы. Шуға ла асыҡ базис майҙандарында сәселгән үҫентеләргә ҡарағанда, ябыҡ тамырлы системала үҫтерелгән йәш ағас­тарҙың сифаты һәм ерегеп китеүсән­лек күрһәткесе юғары. Бындай питомниктарҙа ағас ултыртыу материалы ла күпкә осһоҙға төшә. Ғөмү­мән, ябыҡ тамырлы системала үҫте­релгән үҫентеләр яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Техника паркы яңыртыла

“Экология” милли проекты үтәле­шен урмансыларҙың нисек тойоуы хаҡында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
– “Урмандарҙы һаҡлау” федераль программаһы сиктәрендә Дүртөйлө урмансылығына һабандары менән ике “МТЗ” тракторы бүленде. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең Дүртөйлө участкаһына ла МТЗ тракторы һәм һабан бирелде. Был техника ярҙа­мында янғынға ҡаршы юлдар төҙөлә һәм уттан һаҡланыу һыҙаттары һөрө­лә. Майҙа дәүләт урман фонды биләмәләрендә патруллек алып барыу өсөн “Нива” автомобиле тапшыр­ҙылар. Былар барыһы ла беҙҙең өсөн көтөлмәгән ярҙам булып тора, сөнки урмансылыҡ тармағы 1985 йылдан бирле бындай иғтибарҙы күргәне юҡ.

Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға тиклем ябыҡ тамыр системаһы менән ағас үҫентеләрен сәсеүгә тулыһынса күсергә тейешбеҙ. Ошоға бәйле, Илеш районының Үрмәт урман питомнигында ағасты ошо ысул менән үҫтереү өсөн теплицалар төҙөлдө һәм һәр береһендә 80-әр кәрәҙе булған мең дана поддон ултыртылды, – тип атҡарылған эштәр менән таныштырҙы урмансылыҡ етәксеһе.

Ғүмер буйы ошонда

Дүртөйлө урмансылығында эшлекле, берҙәм коллектив тупланған. Бер төптән егелеп эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә – һәр бурыс ваҡытында атҡарыла, планды ла үтәп баралар. Әлбиттә, урмансылыҡты республикала алдынғылар рәтенә сығарыуҙа уның етәксеһе Нәзиф Мансуровтың өлөшө ҙур.
Нәзиф Рәшит улы сығышы менән Дүртөйлө районынан – 1964 йылда Кәңгеш ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1986 йылда Кәңгеш урмансы­лығында урмансы ярҙамсыһы булып башлай. Ә инде алты йылдан һуң уны ошо урмансылыҡҡа урмансы итеп тәғәйенләйҙәр.

Башҡортостан дәүләт аграр университетында урман хужалығы инженеры һөнәренә уҡып сыға. Ә инде 1999–2007 йылдарҙа урман культуралары һәм питомник мастеры булып эшләргә насип була. Бер аҙҙан үҙен оҫта белгес, ойоштороусы итеп күрһәткән Нәзиф Рәшит улына Дүртөйлө урмансылығында баш урмансы, директор вазифаһын йөкмә­тәләр. Тәжрибәле етәксегә унда ла оҙаҡ эшләргә тура килмәй, сөнки ҡайҙа эш аҡһай, шунда тәғәйенләйҙәр. Мәҫәлән, ул 2008 йылда “Башлес” дәүләт учреждениеһының Ағиҙел бүлеге начальнигы итеп ҡуйыла, бер йыл да үтмәй, Кәңгеш участка урман­сылығы начальнигы, участка урман­сы­һы булып эшләй, ә инде 2016 йылда Дүртөйлө районы буйынса территориаль бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Нәзиф Ришат улы, ҡайҙа ғына эш­лә­мәһен, үҙен яуаплы һәм тәжрибәле хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Уның фиҙакәр хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Улар араһында 2014 йылда – “Рәсәйҙең урман бай­лыҡтарын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” күкрәк билдәһенә, 2018 йылда Федераль урман хужалыҡ агентлы­ғының маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Быйыл иһә алдынғы урмансы Нәзиф Мансуровҡа “Башҡортос­тандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Бөгөн урман тармағына иғтибар бермә-бер арта, ә инде урмансылар алдына етди бурыстар ҡуйыла. Әл­биттә, был хеҙмәт бер ҡасан да еңел­дән булмаған, шуға ла урман йәнле­ләр генә был тармаҡта ошолай оҙаҡ йылдар эшләй. Нәзиф Рәшит улы ла шундайҙар иҫәбенән. Дилбегә тәжри­бәле етәксе ҡулында булғанға, Дүр­төйлө урмансылығы алдынғылар иҫә­бендә, ә бында тупланған тәжрибә алымдары башҡаларға үрнәк булып тора.

Автор: Рәмилә МУСИНА. "Башҡортостан" гәзите