Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Иң йәшел төбәк – Башҡортостан

27 Мая 2020
27
0

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан төбәктәре араһында Башҡортостан иң йәшеле һәм таҙаһы тип танылған. Йүкә урмандары буйынса илдә беренсе урындабыҙ – улар бер миллион гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Былтыр Волга буйы федераль округында урманды яһалма ысул менән тергеҙеү буйынса республика беренсе урын алған: был күрһәткес илдә 25 процентҡа тиң булһа, беҙҙә ике тапҡырға күберәк.

Башҡортостандың урман фонды ерҙәре майҙаны ла тотороҡло килеш һаҡлана, йәғни ул 5,7 миллион гектарға тиң, шуның 39,9 проценты – ағаслыҡ. 2018 йыл менән сағыш­тырғанда, былтыр ағас һаҡламы 15 миллион кубометрға артып, 785,2 миллион кубометр тәшкил иткән.

“Экология” милли проекты сиктә­рендә федераль кимәлдә “Урман­дарҙы һаҡлау” проекты бойомға ашырыла. Унда Башҡортостан урман хужалығы министрлығы әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп маҡсаты – күпме ағас ҡырҡһаң, шунса тергеҙ, ул 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән.

“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, былтыр урман тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға республикаға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 83 миллион һумы – ағас тергеҙеү сараларына, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға йүнәлтелгән. Ғөмү­мән, республика “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының төп күрһәткес­тәрен тулыһынса үтәп килә. Былтыр янғын һүндереү техникаһы паркының төп өлөшө яңыртылған, йәғни талап ителгән күләм, булғандары һәм яңы алынғандары менән, 86,5 процент тәшкил иткән. Автоцистерналар, тракторҙар, ауыр участкаларға үтә алған автомобилдәр, тралдар, ут һүндереү кеүек ҡорамалдар алына.

Урман тергеҙеү бурысын атҡарған дәүләт учреждениелары әлегә махсус техника һәм ҡорамал менән 30 процентҡа тәьмин ителгән. Мәҫәлән, былтыр бөтәһе 36,5 миллион һумға 22 берәмек урман хужалығы техни­каһы (“Беларусь” маркалы трактор­ҙар), шулай уҡ 79 берәмек ағас ултыртыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар, һабандар, культи­ваторҙар, тағылмалар, башҡа ҡорамалдар алынған. Урман тергеҙеү өсөн ағас орлоғо һаҡламы булдырған, әле ул 1,5 тонна тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн биш йыл дауамында 2,2 миллиард һум сарыф итеү ҡаралған. Уның ҡаҙна өлөшө 923 миллион һум тәшкил итһә, ҡалған 1,3 миллиард һумы бюджеттан тыш сараларҙан, йәғни ҡуртымсылар һәм урман хужалығы учреждениелары иҫәбенә ғәмәлгә ашырылырға тейеш.

Былтыр Башҡортостан Волга буйы федераль округында йәлеп ителгән инвестициялар буйынса беренсе урынға сыҡһа, илдә алтынсы баҫ­ҡысты биләне. Быйыл иһә йәлеп ителгән саралар буйынса федераль округта беренсе урында тора, ә Рәсәй буйынса икенсе урынға күтәрелде. 2020 йылда урман хужалығы, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡора­малдары алыуға 77,1 миллион һум тотоноу ҡаралһа, 15 майға ҡарата уның 67,5 миллион һумы маҡсатлы үҙләштерелгән, был 87,5 процентҡа тиң. Ойошторолған аукциондарҙа һаҡсыл эш итеү һөҙөмтәһендә һаҡлап алып ҡалынған аҡсаға алынған техника 26 июлгә тиклем киләсәк.

Башҡортостанда урмандарға хәүеф тыуҙырған төп сәбәптәр – һауа торошо шарттары һәм тупраҡ-климат факторы, урман ауырыуҙары, янғындар. Мәҫәлән, 2014 – 2018 йылдарҙа 85 урман янғынында 447 гектар майҙанда ағастар һәләк булған. Былтыр иһә 160 осраҡ теркәлеп, 2232 гектар урман тәләфләнә. Уларҙың күпселеге Урал аръяғы райондарындағы ҡоролоҡҡа бәйле сыҡҡан. Яҙ булған 11 ҙур янғында иһә 25 гектар урманға зыян килтерелгән.

Һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә алып барылған эш ыңғай һөҙөмтә би­рә. Мәҫәлән, 160 янғындың 134-е бе­рен­се тәүлектә үк һүндерелгән, йәғни етеҙлек 84 процент тәшкил иткән.

Быйыл да урмансылар хәүефле осорға етди әҙерлек менән аяҡ баҫты, бөтә урмансылыҡтар буйынса ут һүндереү планы төҙөлдө. Уға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡ­та 10 меңдән ашыу кеше һәм 2700 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Муниципаль-ара булышлыҡ итеү буйынса 161 мобиль төркөм булдырылған, унда 1300-ҙән ашыу кеше инә.

Ведомствоға ҡараған 107 белгес “Урман янғындарын һүндереү етәк­сеһе” һәм “Урман янғын һүндереүсеһе” программаһы буйынса әҙерлек үткән, шулай уҡ биш төбәк күнекмәләре уҙғарылған, республика һәм федераль ведомстволар менән үҙ-ара булыш­лыҡ итеү килешеүҙәре төҙөлгән.

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса алынған заманса техника ут һүндереүгә әҙер. Дистанцияла күҙәтеү системаһы республика урмандарындағы һәр ҡыҙыу нөктәне асыҡлап, шунда уҡ хәл-торошто тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итеп тора.

"Башҡортостан" гәзите, автор: Рәмилә Мусина