Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Ирәндектә Еңеү ҡарағайҙары шаулар әле…

12 Мая 2020
29
0

Уҙған аҙнала Тал-Ҡусҡары менән Исҡужа ауылдары араһында Ирәндек буйлап 7 гектар ерҙә 28 мең төп ике йәшлек ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Ағас ултыртыу сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә уҙҙы. Изге эшкә Хәлил, Ишҡол, Гусев ауыл биләмәләре халҡы ҡушылды. Бөтәһе 60 кеше ҡатнашты.

Күмәк көс менән эш тиҙ ыраны. Өмәселәр үҙҡурсаланыу шарттары тураһында ла онотманы. Урмансыҡ хеҙмәткәре Рамил Мофаззалов өмәселәр өсөн ҡырҙа төшкө аш ойошторҙо. Ҡаҙанда былау беште.

"Осҡон" гәзите