Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Урман шаулап үҫһен - "Башҡортостан" гәзите

28 Апреля 2020
31
0

Бѳгѳн республиканың Янғын һүндереү үҙәге базаһында ведомствоға ҡараған урман хужалыҡтарына һәм Янғын һүндереү үҙәгенә махсус тәғәйенләнештәге техника тапшырыу тантанаһы үтте. Урман тармағы йылдар дауамында бындай ярҙамды күрмәне, һуңғы йылдарҙа милли проект ярҙамында техника паркы яңыра, шуға ла хеҙмәткәрҙәр: “Хатта ышанғы ла килмәй”, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша.

Тантана ваҡытында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған учреждениеларға яңы техника тапшырыуҙың яҡшы йолаға әйләнеүе хаҡында белдерҙе.

- Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни 14 трактор һәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урман хужалыҡтарында йәшел ҡалҡанды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтле “Егерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Яңы кѳстәр урман фондында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.

Әйткәндәй, быйыл Урман хужалығы министрлығы Янғын һүндереү үҙәген техника менән тәьмин итеүҙе 91,7 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуя, ә 2024 йылға 100 процентҡа еткерәсәктәр.

Был ыңғай ғәмәлдәр “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу һѳҙѳмтәһендә тормошҡа ашырыла. Проект киләсәктә урман ҡырҡыу һәм тергеҙеү нисбәтен тәьмин итеү мѳмкинлеген бирәсәк.

"Башҡортостан" гәзите