Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

"Заман яңыса ҡараш талап итә" - "Башҡортостан" гәзите

13 Сентября 2019
43
0
Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығы – республикала үҙенсәлекле предприятиеларҙың береһе. 86 йыл тарихы булған хужалыҡ республикала яҡшылар иҫәбенә инә. Ауыр осорҙа ла ишембайҙар, уны һаҡлап ҡалып, милектәрен туҙҙырыуға юл ҡуймай. Әле лә уның ҡеүәтен үҫтереү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып баралар, баҙар шарттарында юғалып ҡалмайынса, яңы үҫеш юлдарын эҙләйҙәр.

Ҡырҡҡа яҡын ағас, емеш-еләк төрө үҫентеләре

Ысынлап та, Маҡар урман хужалығында башҡаларға өлгө итеп күрһәтерлек бик күп эш башҡарыла. Уның 22,3 гектар майҙанды биләп торған питомнигында ҡырҡҡа яҡын ағас һәм емеш-еләк сорты үҫтерелә. Мәҫәлән, бында өс төрлө ҡарағай (тау, ҡырым, себер), шыршы һәм күк шыршы, ҡарағас, пирамидаль һәм көмөш тирәк, көмөш лох, гөлйемеш, айва, барбарис, сумах, виноград, сейә, артыш, катальпа, балан, мышар, йүкә, туя, пузыреплотник, декоратив алма, ҡарағат, груша, һары слива, еләктең алты сортын (“елизавета”, “мармеладо”, “телячив”, “клери”, “джоло”, “ремонтантный”) осратырға була.

Сәлим Хафизов ҡайҙа ғына барһа ла, хужалыҡҡа файҙа килтерерлек үҫентеләр алып ҡайта. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек ул Ҡырым ярымутрауынан Ҡырым ҡарағайы орлоғон килтергән.

Әйткәндәй, Сәлим Хафизов – бик тәжрибәле, бөтмөр етәксе. Ул ҡайҙа ғына барһа ла, хужалыҡҡа файҙа килтерерлек үҫентеләр алып ҡайта. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек ул Ҡырым ярымутрауынан Ҡырым ҡарағайы орлоғон килтергән.
Әле питомникта үҫентеләрҙе асыҡ ысул менән үҫтерәләр. 2024 йылдан ғәмәлгә инәсәк закон талаптары буйынса иһә үҫентеләрҙе теплицала ғына сәсергә тигән талап ҡуйыла. Шуға ла был үҙгәрештәргә бөгөндән әҙерләнә башлаған маҡарҙар. Үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн кассеталарҙы Татарстандан алырға килешеү төҙөгәндәр. Быйылдан Ишембай, Илеш, Борай райондарындағы урман хужалыҡтарында яңы закон пилот проекты булараҡ эшләй башлай.

– Яңы ысул үҫентеләрҙең өлгөрөү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. Орлоҡто торф һәм ҡом ҡатнашмаһына сәсеүгә тейешбеҙ. Быйыл бер мең касетта алабыҙ һәм киләһе йылда 81 мең үҫенте сәсергә әҙер булыр, тип ышанабыҙ. Ошо көҙ ултыртыласаҡ урмандың 20 процентын шундай ысул менән сәселгән үҫентеләр тәшкил итергә тейеш. Был алымдың яҡшы яҡтары бар – бәләкәй майҙанда күпләп үҫтереү мөмкинлеген бирә, – ти етәксе.

Төп бурыс – ағас ултыртыу

– Беҙ тәү сиратта Урман хужалығы министрлығының дәүләт заказдарын үтәйбеҙ. Урманды тергеҙеү питомниктан башлана: орлоҡ алыу, уны сәсеү, үҫентеләрҙе ултыртыу һәм тәрбиәләп үҫтереү. Әле беҙҙең питомникта 10 кеше ошо эштәрҙе атҡара. Йәй буйы ямғыр яуғас, уларға бигерәк ауырға тура килде, – ти Сәлим Рәшит улы.

Быйыл хужалыҡ ҡала һәм ауылдарҙы йәшелләндереү миҙгелендә 600 мең һумлыҡ ҙур ағастарҙы ултыртҡан. Ҡарағай үҫентеләре фәҡәт килешеү буйынса һатыла, артып ҡалған осраҡта ғына сауҙаға сығарыла. Урманда 90 гектар майҙанда ағас ултыртҡандар.

Маҡар урман хужалығы район һәм ҡалала уҙған төрлө акцияларҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Ураҙбай ауылы янындағы Баяҡлы яланында 100 мең төп ҡарағай ултыртҡандар. Был – пландан тыш атҡарылған эш. Ишембай ҡалаһында, Көҙән, Ҡолғона, Байғужа, Верхотор, Маҡар ауылдары эргәһендә ағас ултыртыу акцияларында әүҙем ҡатнашҡандар.

– Питомниктың эше шул тиклем күп, яуаплы, күҙгә күренмәй торған, шуға ла иртә яҙҙан ҡар яуғансы унан сыҡмайбыҙ. Әлеге ваҡытта еләктәрҙе һатыуға тәҡдим итәбеҙ, 50 мең төп бар. Улар ябыҡ ысул менән үҫтерелгән. Күмәрәтәләп алғандарға 20 һум менән тәҡдим итәбеҙ. Еләкте сентябрҙә ултыртыу ҡулайлы, – ти питомниктың мастеры Салауат Хафизов.

Боланут сәйен етештерәләр тигән дандары бар

Боланут (иван-чай) хаҡында хәҙер инде белмәгән кеше юҡтыр. Уны электән дарыу үләне кеүек итеп һаталар. Маҡар урман хужалығы республикала беренселәрҙән булып шифалы эсемлекте сәнәғәт кимәлендә етештереүҙе юлға һалды. Хәҙер инде “Көньяҡ Уралдан боланут сәйе” бренды республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә үҙен таныта бара.

– Халыҡ болануттың файҙаһын элек-электән белгән. Уның япрағын да, сәскәһен дә, тамырын да төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланған. Әммә шифалы үләнде барыбыҙ ҙа яратып эскән сәй кимәленә еткереү өсөн ферментлау технологияһын теүәл үтәргә кәрәк. Боланут сәйе етештереү технологияһын ентекле өйрәнеп, мөм­кинлектәрҙе самалап ҡараныҡ. Мәскәүҙән етештереүселәр, Һиндостандан сәй сифатын лайыҡлы баһалай алған белгестәр менән аралаштыҡ. Маҡар, Ҡолғона, Иҫке Сәйет, Яңы Сәйет тарафтарында йыйыл­ған үләндең тәме, файҙаһы яғынан өҫтөнлөктәре күп. Махсус анализдар ҙа ошоно күрһәтте, – ти Сәлим Хафизов.

Боланут сәйен етештереү революцияға тиклем бик таралған булған, Европа илдәренә һатыуға сығарғандар. Башҡорттар ҙа уның менән кәсеп иткән. Бер быуат самаһы ваҡыт үткәс, Маҡарҙар был шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә өлгәшә, башҡорт һылыуҡайҙарының фоторәсемдәре ҡуйылған матур ҡаптарға төрөп, һатыуға сығарыуҙы юлға һала.

Башлаған йылда сәй һатып 80 мең һум килем алһалар, былтыр иһә бер миллион һумлыҡ продукцияны баҙарға сығарыуға өлгәшкәндәр. Хәҙер инде тауар төрлөлөгөн арттырып, 15 төр сәй әҙерләйҙәр. Боланутты Ҡолғона, Һайран ауылдары халҡы йыйып тапшыра. Хужалыҡта дарыу үләндәрен йыйыу эше лә уңышлы бара. Төп шөғөл урман эше булһа ла, бында өҫтәмә килем алыу юлдарынан тартмайҙар. Хужалыҡ етәксеһе: “Ошо халыҡ кәсебен үҫтереү өсөн урман хужалыҡтарына кооперацияла ҡатнашыуға рөхсәт биргән закон ҡабул итергә кәрәк”, – ти.

Ҡымыҙ, ҡаҙы етештерергә уйлайҙар

– Элекке урман хужалыҡтарының яҡшы яҡтарын алырға тырышабыҙ. Быйыл йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башларға йыйынабыҙ. Әбйәлилгә барып, 30 баш йылҡы алырға килешеп ҡайттыҡ. Башҡорт тоҡомло аттар сыҙамлы булғас, беҙҙең тәбиғәт шарттарында уңышлы ҡышлар, тип уйлайбыҙ, – ти Сәлим Рәшит улы.

Йылҡыны хужалыҡтың Көҙән ауылындағы учаасткаһында үрсетергә уйлайҙар. Малдар өсөн бесән, һалам әҙерләгәндәр.
Йылҡы үрсетеү хужалыҡҡа тағы ла бер табыш алыу юлын аса. Халҡыбыҙҙың яратҡан ризыҡтары ҡымыҙ, ҡаҙылыҡты күпләп етештереүҙе тергеҙеү, әлбиттә, яҡшы башланғыс. Юғиһә башҡа халыҡтар ҙа һуңғы ваҡытта йылҡы үрсетеүгә ныҡлап йәбеште, ер алалар, махсус программаларҙа ҡатнашалар. Башҡортҡа ла әүҙемерәк булыу фарыз.

Бөгөн – йүнселдәр заманы

“Миңә 40 кешегә эш хаҡын түләүҙе хәстәрләргә кәрәк”, – ти Сәлим Хафизов. Шуға ла юлда осраған ниндәй генә эш булмаһын, хужалыҡ уға тотоноп, аҡса табыу яғын ҡарай.

Быйыл Иглин районына барып, Әшә ҡалаһы эргәһендә марганец етештергән карьерҙың 15 гектар урманын ҡырҡҡандар. Пермь крайындағы Березники ҡалаһындағы сода заводының электр линиялары аҫтындағы ағастарҙы ҡырҡыу буйынса уҙғарған тендерҙа ҡатнашҡандар. “Кроношпан” заводына ике мең кубометр түбән сортлы уҫаҡ ағасы тапшырғандар. Әйткәндәй, был яуаплы эште водитель Рәмил Исмәғилев уңышлы атҡара.

“Беҙҙә урман ҡартайған, түбән сортлы ағастар күп. 900 мең кубометрҙан ашыу ағасы булған һәм ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкәләр бар. Быйыл республика яҡшы ҡеүәтле техника алып бирәсәк, ул ун кешене алмаштырасаҡ. Айына ике мең кубометр ағас әҙерләү мөмкинлеге буласаҡ”, – ти етәксе.

Яңыраҡ Өфөләге ҙур ғына завод менән килешеү төҙөп ҡайтҡандар, улар өсөн поддон әҙерләйәсәктәр. Ошондай төрлө эштәрҙе атҡарыуға Маҡар урман хужалығы һәр саҡ әҙер, сөнки йылдар дауамында бында тотороҡло коллектив тупланған, матди-техник базалары ла насар түгел.

Хужалыҡ бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, ә киләсәккә ҡулайлашыу яғын да хәстәрләй. “Беҙгә рекреацияны үҫтерергә кәрәк. Ошо йүнәлештә йылҡы үрсетергә торабыҙ. Әле өлкән мастер Әхмәт Лотфуллин, мастерҙар Рәйес Ғүмәров, Әҙһәм Шәймәрҙәнов, тракторсы Тәлғәт Баймөхәмәтов Көҙәндә әҙерлек эшен башланы. “Сосновый бор” ял базаһында эш асырға йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, Ҡырымда урман хужалыҡтары хеҙмәт күрһәтеп, һәр һуҡмаҡтан аҡса эшләй. Шуға ла киләсәктә ошо алымдарҙы ҡулланып, беҙгә лә урманды файҙаланыуҙың икенсе йүнәлештәрен табырға кәрәк”, – ти бөтмөр етәксе.
Автор: Р. Хөснуллина