Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Янғын аямай!

14 Мая 2019
43
0

10 майҙан ете районда граждандарға урманда булыу, унда транспортта инеү сикләнде.

Апрель айы сағыштырмаса һалҡын тороп, йылы, ҡояшлы көндәрҙе һағынып бөткәйнек. Мәгәр, бәғзе көндәр беҙ көткәндәгенән дә уҙҙырҙы – республикаға аномаль эҫелек килде.

Ул ғына түгел, алдағы көндәрҙә лә республикала эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ, тип белдерә Башгидромет. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 14 майҙа, республикала көн шулай уҡ эҫе торасаҡ (25-30 градус йылы), төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ямғыр яуасаҡ. Алдағы ике көндә лә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы ҙур проблема ла килтерҙе – республика биләмәһендә янғындар һаны бермә-бер артты. “Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ”, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ялҡын яландарҙы ла, урмандарҙы ла, кешеләрҙең торлағын да аямай. Уттан һаҡланыуҙың бер генә юлы бар – ул да булһа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмау.

Башҡортостан Хөкүмәте 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы айырым режим индергәйне. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителгән. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ та ҡаралған: төрлө статьялар буйынса язаларҙың ике мең һум штрафтан 90 тәүлеккә ҡулға алыныуға тиклем барып етеүе ихтимал.

Әммә... Халыҡтың аңһыҙлығына ҡайһы саҡта иҫең китерлек. Янғынға ҡаршы махсус режим индерелеүгә ҡарамаҫтан, республиканың әле бер, әле икенсе төбәгенән хәүефле хәбәрҙәр килеп тора, тиҫтәләрсә гектар урман-яландар яна, көндәрҙең эҫе тороуы ут ялмаған биләмәләрҙе киңәйтә бара. Янғын һүндереүселәр өсөн дә үтә ҡыҙыу һәм тынғыһыҙ осор.

Янғынға бәйле хәлдең киҫкенлеген кәметеү өсөн, 10 майҙан ете районда граждандарға урманда булыу, унда транспортта инеү ҙә сикләнде. Тыйыу Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы төбәктәренә ҡағыла. Унда был ғәмәлде иҫкәрткән белдереүҙәр һәм шлагбаумдар ҡуйыла. Тәртипте боҙған өсөн граждандарға ҙур штрафтар ҡаралған.

Тик... Был сара иғлан ителеп тә өлгөрмәне, Баймаҡтың Күсей ауыл биләмәһенә ҡараған Олобейек яғында 400 гектарҙан ашыу ер янды, тип хәбәр итте махсус хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова. Әйтеүенсә, был биләмәләр Күсей, Басай һәм Иҫәнбәт ауылдары халҡының сабынлыҡтары икән. Тимәк, төбәктә быйыл мал аҙығы әҙерләүҙә лә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Янғынды һүндереүҙә Иҫәнбәт халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Күптәр шәхси тракторҙарҙа килеп, утты туҡтатыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Халыҡ фекеренсә, янғын ауыл янында рөхсәтһеҙ алтын ҡаҙыусылар тарафынан сыҡҡан.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәт­тәре буйынса һуңғы тәүлектә генә республикла биш урман янғыны теркәлгән. Уларҙың уртаҡ майҙаны 45 гектар самаһы тәшкил итә. Утты һүндереү эштәре алып барыла, Йылайыр, Бөрйән райондарында хәл киҫкен.

Дөйөм алғанда, янғынға бәйле хәүефле миҙгел башланғандан һуң, республикала 81 тәбиғәт янғыны теркәлгән, уттан 1244,66 гектар майҙан зыян күргән. Сағыштырыу өсөн, былтыр ошо уҡ ваҡытҡа 220 гектарҙа 37 урман янғыны теркәлгән булған.

Ут сығыуға бәйле хәүефле хәл артабан да һаҡланасаҡ, тип күҙаллай белгестәр. Айырыуса Башҡортостан­дың Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Өфө райондарында хәл көсөргәнешле булып ҡала.

Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшө­рәбеҙ: урман янғындарына бәйле мөрәжәғәттәр, һорауҙар өсөн “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй.
Республиканың Урман хужалығы ми­нистр­лығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмә­те: (347) 218-14-14 (тәүлек әйләнәһенә). Урман һағының берҙәм федераль номеры: 8-800-100-94-00.

"Башҡортостан" гәзите

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф