Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Яугир кеүек баҫыр ағастар - "Башҡортостан" гәзите

24 Апреля 2020
26
0

Май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты, шулай уҡ “Урмандарҙы һаҡлау”тѳбәк проекты сиктәрендә, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар быйылға ҡуйылған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашыра башланы - ағас ултыртыу эшенә дәррәү тотондо.

Мәғлүм булыуынса, быйыл республикала 14,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәре алып барыласаҡ, шул иҫәптән 7,4 мең гектарҙа ағас ултыртыу ҡаралған.

Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин белдереүенсә, 22 апрелдә хужалыҡтың 40 хеҙмәткәре 1,5 гектарҙа алты мең ҡарағай үҫентеләрен ултыртҡан.

Шулай итеп, Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Бѳйѳк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ойошторолған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҙур ѳлѳш индерҙе. 24 апрелдә иһә улар Әбйәлил районынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары тураһындағы иҫтәлектәрҙе мәңгелләштереп, ағастар ултыртасаҡтар һәм исемле баннерҙар ҡуясаҡтар.

"Башҡортостан" гәзите