Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Яңы техника килде - "Башҡортостан" гәзите

31 Марта 2020
43
0

Республикала “Экология” милли проектына ярашлы урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә.

– “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 40,4 миллион һум, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Мәғлүм булыуынса, быйыл ошо маҡсатта аукциондар уҙғарып, йәғни 14 урман хужалығы техникаһы һәм һигеҙ янғын һүндереү техникаһы, ике трал алыу өсөн бөтәһе 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлә. Ошо көндәрҙә ике дәүләт контракты буйынса 14 “Беларусь 82.1” һәм “Беларусь 1221” тәгәрмәсле трактор килгән. Республиканың Урман янғыны үҙәгенә ике дәүләт контракты буйынса “ГАЗ-33088” шассиһына ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ 6430С9” кеүек махсус техника алынған.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Башҡортостан" гәзите