Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Тармаҡҡа иғтибар артты - "Башҡортостан" гәзите

20 Марта 2020
15
0

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республиканың урман фонды ерҙәре 5,7 миллион гектар тәшкил итә, урман менән ҡапланған майҙан 39,9 процент кимәлендә һаҡланған. Былтыр, 2018 йыл менән сағыштырғанда, ағас һаҡламы 15 миллион кубометрға артып, дөйөм күләм 785,2 миллион кубометрға еткән. Ошондай урман байлығы булған төбәктә урмансыларға ла эш күп.

Башҡортостан Урман хужа­лығы министрлығының коллегия ултырышында йәшел ҡал­ҡанды һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү мәсьәләләре ҡаралды. Хөкүмәт Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Рә­сәй Президенты Владимир Пу­тиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә бо­йомға ашырылған “Урман­дарҙы һаҡлау” федераль проекты оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалған урман хужалыҡтарының, ян­ғын һүндереү формирова­ние­ларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Төбәктә урманды тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, ағас ултыртыу буйынса экологик акциялар уҙғарыла. Былтыр республика халҡы “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһында бик әүҙем ҡатнашҡан, һөҙөмтәлә 600 гектар майҙанда 1,7 миллион йәш үҫенте ултыртылған. Ғөмүмән, был сараларға 300 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.

Башҡортостан урман хужа­лығы министры Марат Шәрә­фет­динов, “Урмандарҙы һаҡ­лау” төбәк проекты ҡуйған бу­рыс­тарға ярашлы, 2024 йылға ҡырҡылған һәм ултыртылған ағас күләме күрһәткестәренең нисбәте 100 процентҡа тиң булырға тейеш, тине. Йәғни һәр ҡырҡылған ағас урынына йәш үҫенте ултыртыласаҡ.

– “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының мөһим күр­һәткестәре үтәлде. Былтыр проект буйынса 198,2 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл 211,2 мил­лион һум бирелә, шул иҫәп­тән уның 77,1 миллион һумы махсус техника өсөн тотоно­ласаҡ. Был Волга буйы федераль округы буйынса – беренсе, Рәсәй буйынса икенсе һөҙөмтәгә тиң. Аҡсаларҙы йәлеп итеү еңел түгел, һеҙҙән юғары һөҙөмтә, башҡарған эштең сифаты һәм күләме өсөн яуаплы­лыҡ талап ителә, – тине министр.

Әйткәндәй, былтыр урман тер­геҙеү эштәре 14,9 мең гектар майҙанда атҡарылған, йәғни план 110 процентҡа үтәлгән, шул иҫәптән уның 7,3 мең гектар майҙаны яһалма ағас ултыр­тыуға тура килә. Белорет, Йыла­йыр, Баймаҡ, Бөрйән, Ҡар­иҙел райондарында ҙур күләмдә урман тергеҙелгән. Дөйөм алғанда, урманды тергеҙеү буйынса республика яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә быйыл 40 миллион һумға янғын һүн­дереү техникаһы алыу ҡаралған.
– Янғын һүндереү система­һын нығытыу һәм иҫкәр­теү буйынса күп эш башҡа­рыл­ды. Авиация һәм ҡоро ер хеҙмәт­тәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек яйға һалынды, “ИСДМ-Рослесхоз” ситтән күҙәтеү система­һының техник мөмкинлектәре янғын сығанағын шунда уҡ күреү мөмкинлеген бирә. Былтыр диспетчер хеҙмәте 60 мең гектарҙа 1532 ҡыҙыу нөктәне асыҡланы, уларҙың 160-ы урман янғыны булыуы раҫланды, – ти Марат Шәрәфетдинов.

Мәғлүм булыуынса, Урман хужалығы министрлығы һора­уы буйынса, 2018 йылдан республика урмандарын законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймау маҡса­тында, йыһандан күҙәтеү алып барыла. Былтыр ете урман­сылыҡта, йәғни 1,5 миллион гектар майҙанда, ошондай эш ойошторолдо. Был төбәк урмандарының 30 процентын тәшкил итә. Йыһандан күҙәтеү системаһы ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, асыҡланған 98 осраҡ­тың 78-е раҫланған. Быйыл ун урмансылыҡ биләмәһе ошондай күҙәтеү аҫтында буласаҡ.

Сарала урман тармағының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Хө­күмәт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Шул иҫәптән, Салауат урман ху­жалығының бухгалтеры Венера Асҡарова Башҡортостан Республикаһының Почет гра­мо­таһы менән бүләкләнде. Стәрлетамаҡ урман хужа­лығының участка начальнигы Моисей Германовҡа, Яңауыл урмансылығы буйынса урманды һаҡлау һәм яҡлау инженеры Валерий Глуховҡа, Баймаҡ урман хужалығының Этҡол урмансылығы участкаһы мастеры Сәғәҙәт Ильясовҡа, Дүртөйлө урмансылығы начальнигы Нәзиф Мансуровҡа, Бә­ләбәй урман хужалығының Өҫән-Ивановка участкаһы мастеры Алексей Романовҡа, Крас­норечка участкаһы мастеры Илья Сидоровҡа, Өфө урман хужалығының Благовар участ­каһы начальнигы Ильяс Таңғатаровҡа, Әүжән урмансы­лығы начальнигы Вәлит Хәлитовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Йыл һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла урмансылығы начальнигы Ирәндек Күскилдинға, министрлыҡтың урман һәм ян­ғын күҙәтеүе бүлеге баш белгес-эксперты Нәйлә Бураҡаеваға Башҡортостан Урман хужа­лығы министрлығының маҡтау грамотаһы тапшырылды. Урман хужалығы ветераны Альберт Бикташев “Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, төбәк Урман хужалығы министрлығы быйылдан ведомствоға ҡараған учреждениелар хеҙмәткәрҙәре араһында “Иң яҡшы дәүләт инспекторы”, “Иң яҡшы участка инспекторы” һәм “Иң яҡшы урман питомнигы” номинациялары буйынса конкурс иғлан итте.