Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Йәшеллән, республикам! - "Башҡортостан" гәзите

20 Мая 2019
29
0

Быйыл Башҡортостанда бер ай эсендә 600 гектарҙа ике миллон йәш ағас ултыртылды. Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, иң ҙур акция “Йәшел Башҡортостан” тип аталды, ул 27 апрелдә үтте.

Был көндө Башҡортостанда 1,5 миллион ағас ултыртылды. Бынан тыш, башҡа акциялар ҙа ойошторолдо, унда 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Биләмәләрҙә 164 тематик аллея барлыҡҡа килде.

– Бик күп тематик аллеялар барлыҡҡа килде. Был бик һәйбәт күренеш. Икенсе йылғы акцияға хәҙерҙән әҙерләнә башларға саҡырабыҙ. Ә көҙөн ҡала һәм ауылдарҙа ҙур ағастар ултыртылырға тейеш. Рус теле бай, аллеяларға башҡа төрлө исемдәр ҙә уйлағыҙ. “Мөхәббәт аллеялары” бөткән икән, “Нәфрәт аллеяһын” ултырта алаһығыҙ. Әйҙә кеше ағас ултыртып, насар уйҙарынан арынып ҡайтып китһен. Беҙ әлбиттә, йәшел республика, әммә артабан да ултыртыу мөмкинлеге бар әле, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Урман хужалығы министры белдереүенсә, айлыҡ сиктәрендә 5,2 мең гектар майҙанда 20 миллион самаһы үҫенте ултыртылған.
– Республикала урманды тергеҙеү эше дауам итә. Бөгөнгә ҡарата быйылғы пландың 70 проценты ултыртылған. Дөйөм алғанда 7,3 мең гектар ерҙә урман тергеҙеү планлаштырыла, – тине Марат Шәрәфетдинов.

"Башҡортостан" гәзите

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф