Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Юбилейға – 100 мең ағас! - "Башҡортостан" гәзите

14 Мая 2019
31
0

Байрам көндәрендә Ишембай районының Ураҙбай ауылы янында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 мең ағас” тип аталған киң күләмле акция ойошторолдо.

Атҡарып булмаҫтай ҙур бурыс һымаҡ күренһә лә, халыҡ дәррәү тотонғас, эш ыраны һәм теүәл йөҙ мең ағас ултыртыуға өлгәшелде.

Акция Маҡар урмансылығы баш­ланғысына ярашлы Этҡол ауылы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо. Ҡарағай менән ҡарағас үҫенте­ләрен 25 гектар ерҙә – Ураҙбай менән Әсеялан ауылдары араһындағы бик күркәм Баятлы яланында ултырт­ҡандар.

– Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең халыҡ берҙәмлек, егәрлелек күрһәтте. Этҡол, Ураҙбай урта мәктәптәренән 150-гә яҡын уҡыусы, Маҡар урмансылығынан 50-ләп урмансы, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре, ирекле янғын һүнде­реүселәр, ауыл халҡы сыҡты өмәгә.

Йәмғеһе 300 самаһы кеше булды, – ти Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова. – Эш көнө буйы дауам итте. Һарыҡ һуйып, аҙаҡ өмәселәр өсөн табын ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары айырыуса әүҙем булды, йүгереп йөрөп ярҙамлаштылар.
Маҡар урмансылығы етәксеһе Сәлим Хафизов акцияның бик уңышлы үтеүен билдәләне һәм уға башҡа ауылдар халҡын да ҡушылырға саҡырҙы.

– Ысынлап та халыҡ берҙәмлек күрһәтте һәм акцияға ихлас ҡушылды. Беҙ уны юҡҡа ғына Башҡортос­таныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнаманыҡ. Ишембай районы кеше­ләре республикаға нигеҙ һалыуҙа бик ҙур урын алып торған бит. Улар араһында иң билдәлеһе Әхмәтзәки Вәлиди, ағалы-ҡустылы Ҡарамышев­тар, Ишмырҙиндар, Үзбәковтар бар. Беҙ ағас ултыртыуҙы уларҙың иҫтә­легенә арнаныҡ, – тине Маҡар урмансылығы директоры Сәлим Хафизов.

Сәлим Рәшит улы әйтеүенсә, районда бындай ҙур күләмле сара – 100 мең ағас ултыртыу тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ә бәләкәйерәк акциялар даими үткәрелә икән. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Көҙән ауылында 24 мең, Байғужа менән Кинйәбулат араһында – 12 мең, Ишембай ҡалаһы янындағы Левый Берег ауылында 10 мең самаһы ағас ултыртҡандар. Әйткәндәй, ҡарағай менән ҡарағас ағастары ла осраҡлы һайланмаған. Урмансы белдереүенсә, улар ҡиммәтле ағас һанала, аҙаҡ уны бик күп маҡсаттарҙа файҙаланырға мөмкин. Ә 40 йыл үткәс, улар тулыһынса өлгөрөп етәсәк. Урмансылар ағасты ултырта ла онота түгел, уны даими тәрбиәләп торасаҡ.

Маҡар урмансылығы питомникта ағас үҫентеләрен үҙҙәре үҫтерә. Унда ҡарағай, ҡарағас, шыршы, йүкә, балан, миләш, төрлө ҡыуаҡлыҡтар, еләктәр – йәмғеһе 30 төрлө ағас бар.

– Беҙҙең һәр акция Ишембай районы һәм ҡалаһы хакимиәте менән берлектә килешеп ойошторола. Акциялар өсөн үҫентеләрҙе тулыһынса бушлай бирәбеҙ. Махсус заказ менән үҫтергәндәре ла бар. Ошо көндәрҙә, ямғырҙар башланмаҫ элек, Ҡолғона ауылы янында ла ағастар ултыртырға йыйынабыҙ, – тине Сәлим Хафизов.

Изге айҙа башҡарылған изге эш бәрәкәтле булыр, тигән ныҡлы ышаныста халыҡ. Әйткәндәй, көндөң ни тиклем эҫе булыуына ҡарамаҫтан, башҡа урындарҙа булмаһа ла, тап ошо яланда ғына төндә шәп ямғыр яуып үткән. Быны ла изге билдә тип ҡабул иткән өмәселәр. Баятлы яланында ла бер заман шаулап урман үҫер.

"Башҡортостан" гәзите

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Юбилейға – 100 мең ағас! -