Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан

Тәбиғәтте яратҡан кеше генә был шөғөлдө үҙ итә

234

Әбйәлил урмансылары республикала алдынғылар рәтендә.

“Әбйәлил урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы республикала иң алдынғылар рәтендә. Һөнәри байрамдары алдынан, эштәренең тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, етәкселек беҙҙең менән осрашыуға ваҡыт бүлде. Һуңғы йылдарҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, техника паркы тулыландырылған, тырышып эшләгән урмансыларҙың эше менән яҡындан танышыу теләген белдергәс, хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хеҙмәткәре Зариф АБДУЛЛИН ҙур теләк менән риза булды.

Ерҙең “йәшел ҡалҡаны”, хал­ҡы­быҙҙың төп байлығы – урман­дарыбыҙ бөгөн ни хәлдә? Ҡур­салауға һәм яҡлауға мохтажмы? Урмансыларҙың эшмәкәрлеге, уларҙың бурыстары һәм маҡсат­тары ниндәй? Ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек урмансылыҡ белгесенә.

– Зариф Тәфтизан улы, үҙегеҙ етәкселек иткән ойошма менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Бөгөн Әбйәлил урмансы­лығына алты участка ҡарай. Уларға Ҡырҙас, Ҡаҙмаш, Буранғол, Күсем, Хәмит һәм Әбйәлил ауыл хаки­миәттәренә ҡараған урмандар инә. Дөйөм майҙаны – 179 мең 840 гектарҙан ашыу. Әле коллективта 38 кеше эшләй, шулай уҡ миҙгелле эштәргә ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә. Уртаса эш хаҡы 24 мең һум тәшкил итә. “Ҡулайлаштырыу еле” урман хужалығын да ситләтеп үтмәне, хеҙмәткәрҙәрҙең һаны ҡыҫҡартылыуға дусар булһа ла, эш күләме шул уҡ ҡалды. Шуға күрә беҙҙә урманды яратҡан, хеҙмәтенә намыҫ менән ҡараған оҫталар ғына эшләй.

– Урмансыларҙың көндәлек эшмәкәрлегенә килгәндә...
– Алдан әйтеп үтеүемсә, урмансы һөнәре еңелдән түгел. Хатта хәүефле лә, шуға күрә беҙҙең эште шахтер хеҙмәте менән йәнәш ҡуялар. Бөгөн урманда күпселек үҙ эшенең оҫталары тир түгә. Үҙҙәренә тәғәйен биләмәлә үҫкән һәр ағас өсөн бар яуаплылыҡ улар иңендә. Диләнкәләрҙе дөрөҫ үлсәп, тамғалар ярҙамында хужаһына бүлеү, аҙаҡ уны ҡайтанан ҡарап, ҡабул итеү бурыстарын да баш­ҡаралар. Күптәр ағасын ҡырҡып ала ла уны таҙартыу хаҡында уйлап та бирмәй. Киҫелгәндәре урынына яҙлы-көҙлө яңы үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, ауған ағастарҙы таҙартыу, ғөмүмән, урманды һаҡлау – эшебеҙҙең төп асылы.

Урмансыларҙың төп бурысы, әлбиттә, урманды һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, урман хужалығының һөҙөмтәле­леген күтәреү.

– Урмандарҙы тергеҙеү тигәндәй, йылына яҡынса күпме яңы үҫенте ултыртыла? Уларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Беҙҙең урмансылыҡҡа ҡараған Күсем һәм Ҡырҙас участкаларында йәш үҫентеләр питомнигы эшләй. Йылына ике гектар майҙанда ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртыла. Шуларҙың 1 мең 500 тирәһен һатыуға сығарһаҡ, ҡалғанын үҙебеҙ ултыртабыҙ. Беҙҙән урындағы кешеләр, хужалыҡ-предприятие, уҡыу йорттары етәкселәре, ҡуртым­сылар һатып ала. Шулай уҡ яңы асылған иман йорттарына, балалар баҡсаларына күп осраҡта бағыусы­лыҡ ярҙамы ла күрһәтәбеҙ – үҫентеләр бирәбеҙ йә үҙебеҙ барып ултыртабыҙ.

Ҡаҙмаш ауылында районда бер­ҙән-бер тубырсыҡ киптереү цехы урынлашҡан. Халыҡтан ту­быр­сыҡ йыйыуҙы ойоштороп, уны һатып алабыҙ. Йылына 100-150 килограмм орлоҡ тапшыралар. Әйткән­дәй, йыл һайын Әбйәлил урмансылары планды уңышлы үтәй.

Ағас ултыртыу буйынса эш дәүләт планына ярашлы алып барыла. Быйыл 370 мең гектарҙа ағас ултыртыу ҡаралған, шуның 90 гектарында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан йәш үҫентеләр ултыртылды. Ҡалғанын ҡуртымсылар үҙҙәре башҡара. Санитар ҡырҡыу һәм урманды таҙартыу буйынса 436 гектарҙа эш теүәлләнгән.

– Быйылғы йәйҙең ҡоро ки­леүе урмандарҙа янғын осраҡ­тарын арттырмай ҡалмағандыр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, ауырлыҡ­тар йыш осраймы?
– Бәхеткә күрә, быйыл ҙур янғындар булманы. Ике осраҡ теркәлде, уны үҙ ваҡытында үҙ көсөбөҙ менән һүндерә алдыҡ. Һөҙөмтәлә урман зыян күрмәне.

Һәр участкала йыл һайын янғын һүндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, улар кәрәкле ҡора­малдар менән йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәр махсус әҙерлек үтә.

Күп осраҡта урмандағы янғын­дың сығыуына кеше сәбәпсе була. Тәбиғәт ҡосағына ял итергә килеү­селәр үҙҙәренән һуң сүп-сар таш­ларға ла тартынмай, усаҡтарын һүндермәй китә. Ә бына урындағы халыҡ ауыл биләмәһенә ҡараған майҙанда янғын сыҡһа, шунда уҡ һүндереү сараһын күрә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә ҡараған тораҡтар халҡы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

– Һуңғы ваҡытта урман хужа­лыҡтарына яңы техника бирелә. Әбйәлил урман хужалығы был йәһәттән ярҙам алдымы?
– Ысынлап та, һуңғы ваҡытта республика урман хужалыҡтарына яңы техника бүленде. Беҙ ҙә йөк ташыу өсөн өр-яңы ике “КамАЗ” машинаһы һәм ике “МТЗ-82” тракторы, өс һуҡа алдыҡ. Быйыл яңы техниканың ярҙамы ҙур булды, һөҙөмтәлә планды үтәүгә өлгәштек.

– Зариф Тәфтизан улы, хужа­лыҡтың тағы ла ниндәй эшмә­кәрлек йүнәлештәре бар?
– Урманды һаҡлау һәм тер­геҙеүҙән тыш, халыҡҡа һәм ҡуртымсыларға ағас бирәбеҙ. Уларҙың теләге буйынса утынлыҡ, буралыҡ, төҙөлөш материалдарына ағас бүленә. Күптәре аукцион аша һатып ала. Ошо көнгә тиклем халыҡ 35 мең кубометр ағас алған.

Йәнә, Ишкилде ауылында беҙ­ҙең ағас эшкәртеү цехы бар, унда сеймал бысабыҙ, таҡта етеште­рәбеҙ. Урмандан 1780 кубометр ағас сығарып, уны артабан эшкәр­теүгә ебәрҙек. Ағастан етештергән төҙөлөш материалдарын күрше Магнитогорск ҡалаһында урын­лашҡан комбинат һатып ала. Шулай уҡ былтыр, “Йорт комплекты” программаһына ярашлы, теләүсе­ләр өсөн йорт бураһын әҙер түбә, иҙәнлек материалдары менән бергә тапшырҙыҡ. Шулай уҡ мунса, һарай, аласыҡ бурайбыҙ. Эш хаҡы, кәрәк-яраҡ өсөн аҡсаны үҙебеҙ табабыҙ.

– Урман ҡурсалауға мохтаж, әммә уның именлеген хәстәрләү­селәрҙе борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгелдер бит?
– Был йәһәттән урман хужалығы ла азат түгел. Иң ҙур пробле­маларҙың береһе – урман хужа­лығы өлкәһендә ҡабул ителгән ҡанундар ысынбарлыҡты күҙ уңын­да тотмай. Рәсәйҙең Урман кодек­сындағы күп ҡанун­дар урын­дағы урмансылыҡтарға ярашлы түгел. Урманды ҡуртымға биреп, табыш алыу бер, ә яңы үҫентеләр ултыртыу, илебеҙ байлығын һаҡлау – икенсе ғәмәл. Был йәһәттән уйланырға урын бар.

Һуңғы йылдарҙа яғыулыҡ-майлау материалдарына ай һайын тиерлек хаҡтарҙың артыуы ла беҙҙең эшкә аяҡ салмай ҡалмай. Күп кенә урмансылар өсөн бүленгән айлыҡ лимит етмәй ҡала, сараһыҙҙан улар үҙ аҡсаһы иҫәбенә дәүләт байлы­ғын һаҡларға мәжбүр. Шулай уҡ белгестәрҙең, бигерәк тә тракторсы һәм водителдәрҙең етеш­мәүе, ауылдарҙа кешеләрҙең эш­һеҙ ятып та эшләргә теләге булмауы аптырата. Һанай китһәң, проблемалар күп инде...

– Тармаҡтағы төрлө ауыр­лыҡ­тарға ҡарамаҫтан, Әбйәлил урмансылары дәртләнеп эшләй, республикала иң алдынғылар рәтендә тора. Һәр хеҙмәттең дә үҙ оҫталары була...
– Урмансы һөнәрен һайлау­сылар араһында осраҡлылар юҡ. Тәбиғәтте яратҡан кеше генә был шөғөлдө үҙ итә, шуға күрә беҙҙең коллектив бик татыу, һәр кем үҙ һөнәрен яҡшы белә, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Ҡырҙас урман бүлексәһенән Илгиз Сәлимйәнов менән Күсемдән Әхтәм Фәйзуллиндарҙы үҙ эшенең оҫталары тип билдәләр инем. Тап уларҙың тырыш хеҙмәте арҡа­һында беҙ ай һайын планды арттырып үтәйбеҙ. Шулай уҡ Ишкилде ауылындағы ағас эшкәртеү цехы мөдире Йәмил Шаһивәлиевте лә яҡшы яҡтан телгә алыр инем.

– Һөнәри байрамығыҙ уңа­йынан хеҙмәттәштәрегеҙгә теләк­тәрегеҙ...
– Барлыҡ хеҙмәттәштәремде, шулай уҡ республикабыҙҙың урман һағында тороусыларҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотла­йым! Ауыр, әммә яуаплы эшебеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Ере­беҙҙең “йәшел ҡалҡаны” беҙҙең яҡ­лауға һәм һаҡлауға мохтаж бул­ған­дай, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, терәк булайыҡ.

Әбйәлил районы.
Автор: Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште